Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Мәғариф
3 Октябрь 2023, 11:29

Башҡортостанда 42 меңгә яҡын уҡытыусы Уҡытыусылар көнөн билдәләй

5 октябрҙә Уҡытыусылар көнө билдәләнә. Башстаттың 2022-2023 уҡыу йылы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандың мәғариф өлкәһендә 115 мең хеҙмәткәр эшләй (республика предприятиеларында һәм ойошмаларында эшләүселәрҙең дөйөм һанынан 12%). Уларҙың 32,6 меңе — мәктәп, 4,4 меңе — урта махсус уҡыу йорттары, 4,6 меңе — юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары. Педагогтарҙың 91% юғары белемгә эйә.

Башҡортостанда 42 меңгә яҡын уҡытыусы Уҡытыусылар көнөн билдәләйБашҡортостанда 42 меңгә яҡын уҡытыусы Уҡытыусылар көнөн билдәләй
Башҡортостанда 42 меңгә яҡын уҡытыусы Уҡытыусылар көнөн билдәләй

Мәктәп уҡытыусыларының күпселек өлөшөн (89%) ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә, урта һөнәри белем биреү ойошмалары уҡытыусылары араһында ҡатын-ҡыҙҙар — 79%, юғары уҡыу йорттарының профессор-уҡытыусылары араһында иһә 60%.

Дөйөм белем биреү ойошмаларында кадрҙар даимилығы күҙәтелә: һәр икенсе педагогтың 20 йылдан ашыу эш тәжрибәһе бар.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-10-03/bash-ortostanda-42-me-g-ya-yn-u-ytyusy-u-ytyusylar-k-n-n-bild-l-y-3463533

 

Автор:
Читайте нас