Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Мәғариф
4 Октябрь 2023, 05:52

Зарланырға уға рөхсәт итмәй Уҡытыусы тигән исеме

Уҡытыусы һөнәре хаҡында күп яҙыла, күп һөйләнелә. Бөгөн һүҙҙе ҡыҫҡа тотоп, иғтибарығыҙға был һөнәрҙең бурыстары, эше, булмышы тураһында билдәле шағирә, шул иҫәптән бик күп йырҙарға текстар яҙыусы, данлыҡлы уҡытыусы, күп йыллыҡ педагогик стажға эйә булыусы шәхес, 1983 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында хеҙмәт юлын башлаған замандашыбыҙ Фирүзә Абдуллинаның шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Зарланырға уға  рөхсәт итмәй Уҡытыусы тигән  исемеЗарланырға уға  рөхсәт итмәй Уҡытыусы тигән  исеме
Зарланырға уға рөхсәт итмәй Уҡытыусы тигән исеме

Уҡытыусы

Төн уртаһы – уның уты яна,
Ҡара таңдан аяҡ өҫтөндә,
Донъяһының эше ятып тора,
Бар күңеле – мәктәп эшендә.

Өйгә комиссия килмәҫ әле!
Оят булмаһын тик эш өсөн,
Ул тырыша теш-тырнағы менән,
Бар йөрәген биреп, бар көсөн!

Артыҡ маҡтауҙарға өмөт итмәй –
Ул өйрәнгән ҡарар үтәргә,
Нисек кенә яҡшы эшләһә лә,
Күтәрмәҫтәр уны күктәргә.

Йөктө өҫтәп-өҫтәп тейәһәң дә,
Сабыр һөйрәр күндәм эш аты,
Ул күтәргән йөккә лайыҡ итеп
Түләмәҫтәр хатта эш хаҡы.

Кеше балаһына янып-көйә,
Үҙ балаһы үҫә үҙаллы,
Ашарға ла ваҡыт тапмай ҡай саҡ,
Ләкин эшен эшләй – ул аңлы!

Мәғәнәһеҙ ҡағыҙ яҙа-яҙа,
Үҙ эшенә йәне атлыға,
Ләкин уның яҡты уй-хыялы
Инструкцияларға ҡаҡлыға.

Нисек кенә аяҡ салмаһындар,
Үҙ эшенә тоғро ул ҡала,
Йәшәү мәғәнәһе – балаларҙа,
Уның өсөн яҡын һәр бала.

Өйрәнгәнсә башты ғорур тотоп,
Сабыр йота сөсө-әсене,
Зарланырға уға рөхсәт итмәй
Уҡытыусы тигән исеме.

Автор:
Читайте нас