

– Һәр кемдең тормошонда киләсәккә юл күрһәтеүселәре – уҡытыусылар була. Беҙ мәңге уларға рәхмәтле! – тип билдәләп үтте тантанала Радий Фәрит улы. – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә “Уҡытыусы һәм остаз йылы” иғлан ителде, беҙ үҙебеҙҙә – Башҡортостанда әлеге һөнәрҙең абруйын күтәреүҙә барлыҡ мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙаланабыҙ.
Әйткәндәй, награда алыусылар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар. 3-сө башҡорт лицей-интернатының биология уҡытыусыһы, 40 йылға яҡын стажы булған педагог Гөлнур Ахунова (һүрәттә) һәм 1-се мәктәптең география уҡытыусыһы Александр Петров “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булһа, Стәрлетамаҡ районы Яңы Отрада ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азалия Ибраһимова ауыл ерендә эшләгән йәш педагог булараҡ грант менән бүләкләнде. Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлап, артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ!