Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Мәғариф
18 Октября 2023, 10:54

2025 йылға тиклем республикала 17 яңы мәктәп төҙөргә йыйыналар

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуы тура эфирында 2023-2025 йылдарҙа бөтәһе 18,8 мең уҡыусыға иҫәпләнгән 17 яңы мәктәп төҙөргә йыйыныуҙарын хәбәр итте.

2025 йылға тиклем республикала 17 яңы мәктәп төҙөргә йыйыналар2025 йылға тиклем республикала 17 яңы мәктәп төҙөргә йыйыналар
2025 йылға тиклем республикала 17 яңы мәктәп төҙөргә йыйыналар

Ведомство етәксеһе вазифаһын башҡарыусы һүҙҙәренсә, дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә киләһе йылда алты мәктәп һалыу планлаштырыла. Өсәүһе — Өфөлә, башҡалары Нефтекамала, Стәрлетамаҡта һәм Шмидт ауылында. Бынан тыш, 2025 йылға баш ҡаланың Кузнецов затонында республиканың иң ҙур мәктәбе — 2200 урынға иҫәпләнгән белем усағы төҙөлә.

2023 йылдың аҙағына «Затон-Көнсығыш» биҫтәһендәге мәктәпте файҙаланыуға тапшырабыҙ, тине Владислав Сидоркин.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-10-18/2025-yyl-a-tiklem-respublikala-17-ya-y-m-kt-p-t-rg-yyyynalar-3483255

 

Автор:
Читайте нас