Ашҡаҙар
-1 °С
Ясна
Мәғариф
20 Октябрь 2023, 08:00

Республиканың 15 студентына Аҡмулла исемендәге стипендия түләнә

2023-2024 уҡыу йылында Башҡортостандың  юғары уҡыу йорттарының һәм колледждарҙың 15студенты Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия түләнә башлай. Тейешле бойороҡҡа республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республиканың 15 студентына Аҡмулла исемендәге стипендия түләнәРеспубликаның 15 студентына Аҡмулла исемендәге стипендия түләнә
Республиканың 15 студентына Аҡмулла исемендәге стипендия түләнә

Улар араһында — Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Туймазы педагогия колледжы, Салауат мәғариф һәм профессиональ технологиялар колледжы, Салауат музыка колледжы, Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы, Нефтекама машиналар эшләү колледжы, Бәләбәй гуманитар-техник колледжы, Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәр биреү колледжы һәм Өфө сәнғәт училищеһы студенттары.

Хөкүмәт бойороғоноң тулы тексы менән Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында танышырға мөмкин.

 

Автор:
Читайте нас