

“Приоритет 2030” программаһы беҙҙең университеттар үҫеше өсөн ҙур нигеҙ булып тора һәм әлеге көнгә бер нисә ҙур аҙым яһалды ла инде.
Өфө фән һәм технологиялар университеты, мәҫәлән, генетика, фотоника һәм авиатөҙөлөш өлкәһендәге асыштары менән Рәсәйҙең һәм папртнер булған сит илдәренең төбәктәрен ҡыҙыҡһындырып өлгөрҙө. Университет импортты үҙебеҙҙең тауарҙарға алыштырыу буйынса маҡсатлы эшләй. Быйыл ғына ла 170-тән ашыу төр ҡорамал етештерелде.
Башҡорт дәүләт медицина университетында иһә инновацион эшмәкәрлеккә ҙур иғтибар бирелә һәм әүҙем рәүештә яңы технологиялар үҙләштерелә. Регенератив, күҙ һәм пластика хирургияһы буйынса медицина ҡорамалдары етештерә. Вуз нигеҙендә илдә йөрәк сирҙәрее менән көрәш өлкәһендә тәүге хелатор булдырыла.
Ә Өфө нефть-техник университетында стратигик проекттарға өҫтөнлөк бирә һәм уның ярҙамында импортты алмаштырыу уңышлы итеп тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, вуз был йәһәттән махсус грантҡа эйә булған илдәге берҙән-бер нефть һәм газ буйынса белем биргән университет”, - тип яҙып сыҡты үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Максим Забелин.