Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Декабрь 2023, 13:37

Дәрестә кеҫә телефонын ҡулланыу тыйыласаҡ

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы мәктәп дәрестәре ваҡытында уҡыусыларҙың кеҫә телефондарын ҡулланыуын тыйған закон проектын ҡабул итте.

Дәрестә кеҫә телефонын ҡулланыу тыйыласаҡ
Дәрестә кеҫә телефонын ҡулланыу тыйыласаҡ

Был ҡануниәт актына ярашлы, уҡыусылар үҙҙәренең гаджеттарын уҡыу йортонда балаларҙың йәки мәктәп хеҙмәткәрҙәренең ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янаған осраҡтарҙа ғына ҡуллана ала.

Дәүләт думаһы спикеры Вячеслав Володин үҙенең телеграм-каналында белдереүенсә, бындай сикләүҙәрҙе индереү тураһында оҙаҡ ваҡыт дауамында мәктәп уҡыусыларының ата-әсәләре һәм педагогтар талап итте. Уның фекеренсә, ошо сара арҡаһында кластарҙа дисциплина, шулай уҡ уҡытыусыларҙың абруйы күтәреләсәк, бынан тыш, балаларҙың тиҫтерҙәре менән аралашыу өсөн мөмкинлектәре артасаҡ. Был бигерәк тә бөгөнгө көндә актуаль, сөнки үҫмерҙәр гаджеттарға бәйлелектән йышыраҡ яфалана, был уларға аралашырға һәм социализацияланырға ҡамасаулай.

Бынан тыш, депутаттар бер тауыштан Рәсәй мәктәптәренә мотлаҡ хеҙмәт дәрестәрен ҡайтарыу идеяһын хупланы. Спикер хеҙмәт тәрбиәһе тулы белем биреү процесынан айырылғыһыҙ тип ышана.

Яҡын арала был закон проекты Федерация Советы тарафынан ҡараласаҡ һәм хупланасаҡ, артабан ил президенты ҡул ҡуйасаҡ, тип көтөлә. Яңы закон ҡабул ителгән ваҡытҡа ярашлы 2024 йылдың 1 сентябрендә көсөнә инәсәк.

Автор:
Читайте нас: