Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
14 Декабрь 2023, 10:10

Еңеүҙәребеҙҙә Гөлназ Айҙар ҡыҙының өлөшө бар, тип ҡыйыу әйтә алам!

Уҡытыусы һөнәрен һайлаған кеше балаларға һөйөү, түҙемлек, ныҡышмалылыҡ, тормошҡа фәлсәфәүи һәм юмор менән ҡарай белеү, бай фантазия, оптимизм кеүек һыҙаттарға эйә булырға тейеш. Был һыҙаттарҙың барыһы ла 10-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Айҙар ҡыҙы ИРКӘБАЕВАла ярылып ята. Ул үҙ һөнәренә мөккибән киткән педагог. 2000 йылдан алып ул ошо мәктәптә арымай-талмай, ең һыҙғанып, рус балаларын башҡорт һәм рус теле серҙәренә өйрәтә, аҙаҡҡы йылдарҙа география фәне буйынса белемен камиллаштырып, был предмет буйынса ла көслө белгескә әйләнде.

Еңеүҙәребеҙҙә  Гөлназ Айҙар ҡыҙының өлөшө бар, тип ҡыйыу әйтә алам!Еңеүҙәребеҙҙә  Гөлназ Айҙар ҡыҙының өлөшө бар, тип ҡыйыу әйтә алам!
Еңеүҙәребеҙҙә Гөлназ Айҙар ҡыҙының өлөшө бар, тип ҡыйыу әйтә алам!

Уны педагогик оҫталыҡты камиллаштырыу, үҙ эшенең һөҙөмтәһенә яуаплы ҡарау кеүек һыҙаттар танытып тора. Нигеҙле һәм ныҡлы теоретик әҙерләнеү, һәр дәрескә ҡарата метод һәм алымдарҙы ентекле һайлау, дәресендә өҫтәлмә материалды уңышлы һәм оҫта файҙаланыу уның дәрестәренең йөкмәткеле, ҡыҙыҡ, тәрбиәләүсән булыуына алып килә. Гөлназ Айҙар ҡыҙы төрлө кимәлле кластарҙа белем бирә һәм һәр береһендә лә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешә. Уның уңыш серҙәре инновацион алым менән бер рәттән бай тәжрибә туплаған уҡытыусылар хеҙмәтен өйрәнеү, дәресендә ҡулланыу, яңылыҡ менән традицияларҙы оҫта үреп алып барыуынан торалыр.

Уҡытыусы хеҙмәте уҡыусылары менән баһалана, тиҙәр. Әлбиттә, Гөлназ Иркәбаеваның 1-се кластан 11-се класҡа тиклем уҡыусылары төрлө ярыш, конкурс, олимпиадаларҙа бихисап еңеүҙәр яулай, әммә ысын уҡытыусы, остаз үҙенең эш тәжрибәһен башҡа коллегалары менән дә бүлешә. Ул бик күп йылдар ҡала башҡорт теле уҡытыусыларының берләшмәһен етәкләй, уға ғына хас түҙемлек, талапсанлыҡ менән һәр йәш, яңы килгән коллегаларына кәңәштәрен бирә, ярҙам ҡулы һуҙа, ҙур һәм матур тәжрибәле уҡытыусылар менән төрлө кәңәшмәләр үткәрә, ярыш, конкурстарға әҙерләй. Республика кимәлендә ҡалабыҙҙан һуңғы йылдарҙа еңеү яулаған һәр башҡорт теле уҡытыусыһы ла үҙ еңеүендә Гөлназ Айҙар ҡыҙының өлөшө бар тип ҡыйыу әйтә ала.

Ҡала, республика мәнфәғәте өсөн күрһәткән хеҙмәте өсөн Гөлназ Айҙар ҡыҙы ҡала мәғариф бүлеге Почет грамотаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаты, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” знагы менән билдәләнгән.

Остаз ул кәңәшсе лә, дуҫ та, тәрбиәсе лә. Рухи яҡтан һиңә яҡын, ышаныслы, үҙаллы үҫеш өсөн йүнәлеш биреүсе шәхес кенә ысын мәғәнәһендә Остаз исемен лайыҡлы йөрөтә ала.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы уҡытыусыларына ла, шәхсән миңә – методисҡа ла, ҡалабыҙҙа ошондай көслө, ел-дауылға бирешмәгән, заман менән бергә атлаған, ышаныслы терәк булған Уҡытыусы булыуы ҙур бәхет!
Башҡорт теле көнөндә ҡалабыҙҙың һәр мәктәбендә эшләгән, уҡыусыларға башҡорт теле серҙәрен асҡан, балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе тәрбиәләгән һәр тәрбиәсегә, ғөмүмән, ошо телдә аралашҡан, тик эш сфераһы тел менән бәйле булмаған һәр кемгә телебеҙҙең ҡәҙерен белеп, уны боҙмай, матур аралашыуын теләйем! Байрам менән!

Зөбәржәт ХАФИЗОВА,
ҡала мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методик үҙәге методисы.

Фото Г. Иркәбаева архивынан.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас