

Быйылғы олимпиадала 112 студент ҡатнашты. Олимпиада сиктәрендә уҡытыусылар өсөн тү-ңәрәк өҫтәл, семинар, экскурсия, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. “Һөнәри белем усаҡтарында башҡорт телен уҡытыуҙа актуаль мәсьәләләр” темаһы буйынса үткән “түңәрәк өҫтәл” Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында ойошторолдо. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр барышында көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды, борсоған һорауҙарға яуаптар алынды, алға маҡсаттар ҡуйылды.
“Алдынғы тәжрибә мәктәбе” тип аталған семинар барышында иһә алдынғы уҡытыусылар үҙҙәренең оҫталыҡ класын үткәреп, тәжрибәләре менән бүлештеләр. Был семинарҙа Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Зөһрә Шәмиғолова ла ҡатнашты. Зөһрә Ғибәҙәт ҡыҙы үҙ оҫталыҡ дәресен күрһәтте, коллегалары менән “Йыл уҡытыусыһы – 2023” конкурсында ҡатнашыу тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты. Мәғариф үҫтереү институты тарафынан рәхмәт һүҙҙәре әйтелде һәм сертификатҡа лайыҡ булды.
Был олимпиада Башҡорт теле көнөнә арналған саралар теҙмәһен асып ебәрҙе.
Әйтергә кәрәк, киләһе йыл был олимпиада Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм туған телдәрен үҫтереү прог-раммаһы сиктәрендә үтәсәк.
Фаил ЯХИН,
Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы директоры урынбаҫары.