

Уҡыуында тырыш, бар яҡлап өлгөр студентты бишенсе курста факультет деканы аспирантураға ҡалырға өгөтләй. Тик уны үҙенең тыуған ере – Ғафури районы тарта һәм күп тә үтмәй, ул район хакимиәтендә инспектор булып эш башлай. Уҡытыусы һөнәрен үҙләштергән Айһылыуҙы уҡыусылар менән эшләү, уларға белем биреү кеүек уйҙар тынгғы бирмәй һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының 29-сы урта мәктәбендә эш башлай, әлеге көндә 21-се мәктәптә ең һыҙғанып хеҙмәт итә. Бына инде 16 йыл һөнәренә тоғро ҡалып, ҡала мәктәбе уҡыусыларын башҡорт теле серҙәренә төшөндөрә.
Айһылыу Фәхриева – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2015” төбәк-ара конкурс лауреаты. “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” республика конкурсы һәм “Рәхмәтем – башҡорт теле уҡытыусыһына – 2022” акцияһы еңеүсеһе. Уҡытыусының һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыуы, уҡыусыларының ижади конкурстарҙа, бәйгеләрҙә призлы урындар яулауы уҡытыусының белемле, талапсан булыуы тураһында һөйләй.
Айһылыу Рәзим ҡыҙының эше ваҡытында баһаланып бара: ул республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығының, профсоюз ойошмаһының, ҡала мәғариф бүлегенең маҡтау грамоталары, дипломдары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Артабан да хеҙмәт юлы шулай уңышлы дауам итһен.
Зөбәржәт ХАФИЗОВА.
Фото А. Фәхриева архивынан.