

Ысынлап та, тел тамыры ла бит тыуған илгә, ғәзиз ергә барып тоташа. Ни тиклем ғәзиз ереңде, илеңде, милләтеңде, халҡыңды яратаһың, телеңде лә шул ҡәҙәр тәрән беләһең – был ҡанун.
Рәсимә Хәлил ҡыҙы балаларға инде утыҙ йылдан ашыу белем бирә. Был ваҡыт арауығында, әлбиттә, тәжрибә лә туплап өлгөргән, эш алымын да яҡшы белә, үҙенең эшендә генә түгел, тотош ҡала, республика кимәлендә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса яңылыҡтар индереп тора.
Алдында ниндәй генә балалар ултырмаһын – башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнәме уҡыусы, әллә дәүләт теле булараҡ үҙләштерәме – педагог һәр ваҡыт талапсан, һәр өндө, һүҙбәйләнеште, ҡағиҙәләрҙе еренә еткереп бирә. Шуға гимназияла белем алыусы башҡа милләт вәкилдәренән булған балаларҙың да башҡорт теленән төрлө олимпиада, конкурстарҙа тәүге урындар яулауы бер ҙә аптырарлыҡ күренеш түгел. Был йәһәттән, әйткәндәй, Рәсимә Сәфәрова предмет буйынса өлгәшкән, һәләтле балаларҙы бигерәк тә күтәрергә, саҡ ҡына буш ваҡытын да йүнәлтеп, ярҙам итергә тырыша.
Яңылыҡ индереү тигәндән, ул башҡорт телен уҡытыу буйынса практика үтергә килгән студенттарға айырыуса иғтибарлы.
– Беҙгә алмаш килергә тейеш, лайыҡлы алмаш! – ти Рәсимә Хәлил ҡыҙы үҙе был йәһәттән. Бында ла студенттарға белем биреү серҙәренә төшөндөрөп, педагогик оҫталыҡҡа өйрәтеп кенә ҡалмай, ә шул ҡыҫҡа ғына бер-ике ай эсендә йәштәрҙә уҡытыусы тигән бөйөк һөнәргә һөйөү уятырға тырыша. Шуға ул үҙендә практика үткән студенттарын аҙаҡ, йылдар үткәс магазиндарҙа касса артында күреп түгел, ә башҡа мәктәптәргә тәжрибә уртаҡлашырға барғанда йә иһә педагогик бәйгеләрҙә күреп ҡыуана. Ошондай аҙым аша ла педагог башҡорт телен үҙенсә үҫтерә.
Ә инде эшләп йөрөгән коллегалары менән, әйтеп китеүебеҙсә, Рәсимә Сәфәрова тәжрибә уртаҡлашып, ҡалала башҡорт теле уҡытыусыларының оҫталығын үҫтерергә өлөш индерә: методик ярҙам күрһәтә, асыҡ дәрестәр ойоштора, уҡытыусыларҙың педагогик аттестацияһы ағзаһы, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында, башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыуҙа эксперт булып тора. Үҙе лә төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнашып, урындар яулай.
Шул уҡ ваҡытта телебеҙҙе заман менән бергә атлап үҫтерергә кәрәклеген дә яҡшы тоя педагог. Был йәһәттән уның ҡатнашлығында һәм тырышлығында гимназияла мультимедия һәм башҡа яңы технологиялар менән тәьмин ителгән кабинет барлыҡҡа килгән. Кабинет мөдире лә үҙе Рәсимә Хәлил ҡыҙы.
Тыңғыһыҙ хеҙмәт өсөн Рәсимә Сәфәрова “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” билдәһе, Башҡортостан Хөкүмәтенең аҡсалата премияһы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ ул “Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған педагог, остаз.
...Телебеҙҙе үҫтереүҙә ниндәй генә бөйөк эштәр башҡарылмай: кемдер сит ҡитғаларҙа популярлаштыра, кемдер башҡортса һөйләшә торған аҡыллы ҡушымталар уйлап сығара, данлап йырлай, грант булдыра һәм башҡалар... Шул уҡ ваҡытта тәү ҡарашҡа күҙгә һалынып та бармаған бөйөк хеҙмәт аша ла башҡорт телен үҫтереүселәр күп. Мәҫәлән, Рәсимә Хәлил ҡыҙының барлап үткән хеҙмәте үҙе генә лә ниндәй бөйөк эш бит?!
Килешәһегеҙҙер?! Күпме балалар башҡорт теленә ғашиҡ була, өйрәнә, күпме егет-ҡыҙҙар башҡорт теле уҡытыусыһы булып китә, ә нисәмә педагог уның тәжрибәһенә таяна. Мәҡәлә геройына был еңел булмаған, әммә изге эшендә артабан да уңыштар ғына теләргә ҡала!
Рәмил МАНСУРОВ.
Эльдар Фәттәхов фотоһы.