Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Ғинуар , 12:25

Республикала 150 уҡытыусы «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында еңеү яуланы

Башҡортостанда дүрт йылда «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашҡан 150 уҡытыусы ауылдарға, ҡала тибындағы ҡасабаларға һәм 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға күсеп килгән һәм бер тапҡыр бирелә торған компенсация алған. 2023 йылда был программа буйынса өс уҡытыусыға аҡса түләнгән.

Республикала 150 уҡытыусы «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында еңеү яуланы
Республикала 150 уҡытыусы «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында еңеү яуланы

«2022 йылда тормош иптәшем тыуып үҫкән Ҡариҙел ауылында инглиз теле уҡытыусыһы вакансияһы тураһында белем ҡалдым һәм «Ауыл уҡытыусыһы» федераль программаһы буйынса конкурста ҡатнашыу өсөн документтарымды тапшырҙым. Конкурста еңгәс, күп уйлап тормайынса, Ҡариҙел районының 2-се мәктәбенә эшкә сыҡтым, — тип һөйләне инглиз теле уҡытыусыһы Светлана Закирова. — Мине мәктәптә генә түгел, ауылда һәм районда ла йылы ҡабул иттеләр. Бында халыҡ ярҙамсыл, ә уҡыусылар тәртипле,тырыш».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашыу конкурста еңгән уҡытыусыларға 1 миллион һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙе күҙ уңында тота. Педагог мәктәптә кәмендә 5 йыл эшләргә бурыслы.

 «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтыла.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-01-18/respublikala-150-u-ytyusy-auyl-u-ytyusy-y-programma-ynda-e-e-yaulany-3607985

 

Автор:
Читайте нас: