Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Февраль , 10:28

ТОРМОШ АЛҒА БАРҺЫН ӨСӨН!

Стәрлетамаҡ йәштәре ни өсөн ғилми эштәр менән шөғөлләнә? Ҡыҙыҡлы ла, ауыр ҙа, файҙалы ла, мөһим дә фән донъяһында ҡайнау, асыштар яһау, Кешелеккә дарыуҙар, техника һәм башҡа уңайлыҡтар уйлап табыу, ғүмер буйы эҙләнгән һорауҙарға бер һөйләм менән генә яуап бирә алыу. Ә бына ҡалабыҙҙа яһайҙармы икән асыштар? Ниндәй фән буйынса алға киткәндәр? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән республиканың төп вузы – Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры, филология фәндәре докторы, ҡала Советы депутаты Игорь СЫРОВҡа мөрәжәғәт иттек.

ТОРМОШ АЛҒА БАРҺЫН ӨСӨН!
ТОРМОШ АЛҒА БАРҺЫН ӨСӨН!

– Игорь Анатольевич, һеҙҙеңсә, нимә ул фән?

– Бөгөнгө тормошобоҙҙо күҙ алдына килтерһәк, уратып алған донъя, үҫеш барыһы ла фән менән шөғөлләнеү һөҙөмтәһенә бәйле. Бында, әлбиттә, сәнәғәт, технологияларҙы ғына күҙ уңында тотмайыҡ, ә кешенең Кеше булараҡ формалашыуы, эске донъяһы, йәмғиәт менән бәйләнеше, шул йәмғиәттең институт булараҡ үҫеше – былар барыһы ла шулай уҡ фән бит. Тарих, киләсәк, бөгөнгөбөҙ – барыһы ла фән менән бәйле. Әммә ғилем менән шөғөлләнеүҙең, ошо эшмәкәрлектең, әлбиттә, аҙағы йәки һөҙөмтәһе булырға тейеш – ул һөҙөмтә, өҫтә атап киткән ниндәй өлкәгә ҡағылһа ла, йәмғиәткә файҙалы булыуы шарт – шул саҡта ғына ул бөтә булған тәрәнлеге, ваҡыт, көс, сығымдар сарыф ителеүе менән бергә аҡланасаҡ.

– Вуздың исеме үк есемен яңғыратып торғандай...

– Әйтергә кәрәк, телгә алып киткән йүнәлештәр һәм башҡа күп өлкәләрҙә беҙҙең вуз да әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Беҙҙә физика-математика, медицина физикаһы, химия-биология буйынса, юриспруденция, иҡтисад йүнәлешендә, шулай уҡ тарих, филология, педагогика һәм башҡа йүнәлештәрҙә фән менән шөғөлләнәләр. Исемебеҙ бынан йыл ярым ваҡыт самаһы элек үҙгәрҙе һәм был, әлбиттә, алтаҡталарҙа ғына сағылыш тапманы, яңы йүнәлеш атап киткән фәндәр араһында нығыраҡ бәйләнеш табыуға этәрә. Был – филиал кимәлендә. Ә дөйөм (төп) вуз, Өфө фән һәм технологиялар университеты булараҡ, республиканы киләсәктә фән һәм технологиялар үҙәге итеп танытыу йәһәтенән бик мөһим “Приоритет 2030” федераль проектында, башҡа программа-гранттарҙа ҡатнаша ала. Был, үҙ сиратында, матди-техник базаны заманса, яҡшы шарттарҙа булды-рырға, эшмәкәрлек процесын маҡсатлы рәүештә алып барырға, комплекслы үҫеш өсөн шулай уҡ төрлө фәндәр араһында бәйләнеште нығытырға ярҙам итә.

– Бөгөнгө көндә фән менән шөғөл-ләнеү өсөн һеҙҙә ниндәй шарттар тураһында һүҙ алып барырға була?

– Йылдар дауамында һәр йүнәлештә, һәр факультеттың үҙ матди-техник базаһы булдырылып килә, булғаны яңыра бара, тәжрибә майҙандары, лабораторияларыбыҙ, музейҙарыбыҙ, лингафон бүлмәләребеҙ бар. Әммә фән менән шөғөлләнеү лабораториялағы тәжрибәләр, робот яһау йәки ҡат-ҡат китаптар аҡтарыу ғына түгел бит әле. Беренсенән, бөгөнгө көндә технологиялар моделдәрҙе 3D форматында өйрәнергә, теорияны шулай уҡ компьютер ярҙамында ҡорорға мөмкинлек бирә – бындай алымдарға ла иғтибар итәбеҙ. Был тәбиғи фәндәргә генә ҡағылмай. Әйтәйек, тарих факультетында студенттар практика мәлдәрендә тапҡан ҡомартҡыларҙы һанлаштырып, 3D форматында “терелтә” ала, ошо нигеҙҙә музей эшләй. Унан тыш, аралашыу, форумдар, конференциялар, гранттар эшләү – шул уҡ фән менән шөғөлләнеү ысулы булып тора. Уйлай китһәк, яҡшы ятаҡ, ял ваҡыттарын ойоштороу, башҡа төр социаль шарттар ҙа – үҙенә күрә фәнгә этәргес.

Шулай уҡ студенттарға белем биргән белгестәрҙең, уҡытыусыларҙың үҙ эшенең оҫтаһы булыуы шарт. Был йәһәттән беҙҙең уҡыу йорто сағыштырмаса уникаль булып тора, ике йөҙҙән ашыуыраҡ уҡытыусыларҙың 85 проценты фән кандидатлығына диссертация яҡлаған, ә утыҙы – фән докторы!

Ғөмүмән, йәштәргә фән менән шөғөлләнеү өсөн сит өлкәләге, сит илдәге вузға барыу кәрәкмәй ҙә, үҙебеҙҙә Стәрлетамаҡта, Башҡортостанда ла асыштар яһап, илгә файҙалы белгес булып була һәм һүҙем үҙебеҙҙең филиал тураһында ғына түгел, әлбиттә.

– Ә бына студентҡа фән менән шөғөлләнеү ҡыҙыҡмы?

– Беренсенән, йәштәр белем алып ҡына ҡалмай, етди шөғөл аша үҙен тәрбиәләргә, яуаплы булырға, (уҡытыусы менән берлектә) командала эшләргә өйрәнә. Сер түгел, фән менән шөғөлләнеү күп көс, ваҡыт талап итә. Шул иҫәптән рухи һәм физик көс тә. Әйтәйек, ял итеп ҡайтыр урынға уға китап эсенә сумырға йәки тәжрибә бүлмәһенә йүнәлергә тура килә. Әммә, статистика күрһәтеүенсә, студент сағында фән менән дә шөғөлләнергә мөмкинлек тапҡан йәш белгескә эш табыуы еңелерәк. Әйткәндәй, беҙҙең сығарылыш студенттарының һикһәндән ашыу проценты уҡыуын тамамлауға эш урынлы була, ҡалғандары иһә артабан да көндөҙгө бүлектә белемен камиллаштыра, хәрби бурыс үтәй йәиһә декрет ялына юллана.

Икенсенән, фән менән шөғөлләнгән студенттың артабан да фән юлынан китеүе мөмкин, ә йәш ғалимдарға, ғөмүмән, фәнде үҫтереүселәргә йәмғиәттә һәр саҡ ихтыяж бар һәм улар алға үҫеш, прогресс өсөн төп терәк булып тора. Мәҫәлән, мин үҙем ошо уҡ вузды тамамланым, ул саҡта педагогия институты тип атала ине. Фән менән шөғөлләнеүемде күреп, эшкә ҡалырға тәҡдим иттеләр, фән кандидаты, фән докторы булараҡ формалашыуыма нәҡ студент саҡта ғилем донъяһына ылығып китеүем сәбәпсе булғандыр, ғилем серҙәрен асҡан һайын асҡы килә ине. Профессор Валентин Зарецкий, ғилми етәксем Валентина Пастухованың йоғонтоһо ҙур булды. Ә инде үҙем уҡытыусы булып эшләй башлағас, фән менән шөғөлләнеү көн талабына әйләнде. Әйтәйек, лекция ваҡытында берәй студент ниндәйҙер һорау бирә, ул һорауға ҡайһы бер осраҡта тота килеп яуап та табып булмай. Ошо һорау артабан уйланырға, эҙләнергә этәргес була, сөнки йәш кешенең үҫешенә булышлыҡ итергә кәрәк.

Өсөнсөнән, бөгөнгө көндә, мәҫәлән, “УМНИК” гранты ярҙамында студент йыл дауамында 500 мең һум күләмендә ярҙам ала. Бындай грантҡа быйылғы уҡыу йылында һигеҙ студентыбыҙ эйә булды. Шулай уҡ үҙебеҙҙең уҡыу йортонда булған гранттарҙы ла атап үтергә була.

Бынан тыш, фән менән шөғөлләнгән студенттарыбыҙ йыл да төрлө исемле стипендияларға эйә булалар. Мәҫәлән, башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты студенты Константин Петров фән менән шөғөлләнеүе, йәмәғәт эштәрендәге әүҙемлеге өсөн Башҡортостан Башлығы стипендияһына эйә булды, ошондай уҡ ҡаҙаныштары өсөн тәбиғи фәндәр студенты Данила Стуколов – Рәсәй Хөкүмәте, магистр Яна Жигалова – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиаттар. Ә стипендия күләме, әйтергә кәрәк, йылдан-йыл артып килә, ғөмүмән, фән менән шөғөлләнеү отошло ла булып тора. Бәлки матди һөҙөмтәне миҫал итеп килтереү бик дөрөҫ тә түгелдер, әммә, йәнә шәхси миҫалыма әйләнеп ҡайтҡанда, мәҫәлән, ул саҡта илдә үҙгәртеп ҡороуҙар ваҡытында Ленин стипендияһын алып уҡыу ҙур ярҙам ине.

– Фән-ара бәйләнештәр барлыҡҡа килде, улар нығына бара тинегеҙ, был дөйөмләштереү тигән һүҙ түгелме?

– Бында һүҙ, ябайлаштырып әйткәндә, фәндең үҙ-ара килешеп, файҙалы эш итеүе тураһында бара. Һөйләшеүҙән аҙ ғына ситкәрәк китһәк, ысынлап та, дөйөмләштереү тигән һүҙ һәр саҡ уйландыра, бының башҡаса булыуы мөмкин түгел. Тәү сиратта – ул яңырыу бит, ә яңы күренеш һәр саҡ һағайта. Әлбиттә, уҡыу йүнәлештәрен, хатта тотош уҡыу-уҡытыу системаһын дөйөмләштерергә була, әммә һәр саҡ, шул иҫәптән фәнни күҙлектән сығып, һөҙөмтә тураһында ла етди уйланырға кәрәк. Бөгөн, мәҫәлән, эшсе ҡулдар етешмәй, ә ваҡытында һәр район үҙәгендә лә һөнәри училищелар бар ине. Шуға ҙур эшмәкәрлектә тәү ҡарашҡа бәләкәй һәм әһәмиәтһеҙ булып тойолған күренештәрҙең юғалып ҡалмауы яғындамын.

– Һәр фәнни эштең йәмғиәткә файҙалы һөҙөмтәһе булырға тейешлеген иҫәпкә алғанда, һеҙҙең студент-тар ниндәй асыштар яһай?

– Һәр фәнни эш, ҙурмы-бәләкәйме, мотлаҡ рәүештә үҙ асышын бирә, киң билдәле проекттарға туҡталһаҡ, мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа студенттарыбыҙҙың биопротез өсөн программа булдырыуын, емеректәр араһынан юғалған кешеләрҙе эҙләү өсөн робот яһауын, медицинала ҡулланыу өсөн башҡа продукция өҫтөндә эшләүен, гуманитар фәндәр буйынса теориялар булдырыуын, тарихтан һирәк осраған ҡомартҡыларға тап булыуын атарға мөмкин. Бынан тыш, әлбиттә, предприятиелар, дәүләт заказдары буйынса ла эшләйбеҙ һәм был тәңгәлдә лә ҙур асыштар бар – әммә улар билдәле сәбәптәр арҡаһында сер булып ҡала.

– Тәрән һәм тура яуаптар өсөн рәхмәт. Байрам менән ҡотлап, һеҙҙән – фән көнөнә өс теләк.

– Һәр саҡ эҙләнеү, ғәҙел булыу һәм тор-мошто яратыу. Байрам менән коллегалар!

Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.
Артур ҠОРБАНҒӘЛИЕВ фотолары.

ТОРМОШ АЛҒА БАРҺЫН ӨСӨН!
ТОРМОШ АЛҒА БАРҺЫН ӨСӨН!
ТОРМОШ АЛҒА БАРҺЫН ӨСӨН!
ТОРМОШ АЛҒА БАРҺЫН ӨСӨН!
Автор:
Читайте нас: