Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Февраль , 12:42

КЕЙЕМ МЕНӘН ГЕНӘ АЙЫРЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛДӘР! Стәрлетамаҡта “шайморатовсылар” нисек тәрбиәләнә?

Илһөйәрлек тәрбиәһе мәктәптә белем биреү процесының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Ул уҡыусыларҙа Ватанға һөйөү һәм хөрмәт, уның мәнфәғәттәрен һәм ҡиммәттәрен яҡларға әҙерлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләп, беҙ рухи-әхлаҡи сифаттар ҙа тәрбиәләйбеҙ, киләсәкте хәстәрләйбеҙ. Беҙ үҫеп килгән быуынға илебеҙ халҡының батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ эстафетаһын тапшырырға тейешбеҙ. “Мәғариф” милли проектының “Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү” федераль проекты сиктәрендә 2020 йылда Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмаларында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 28 авгусындағы бойороғо нигеҙендә Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор М. Шайморатов исемендәге класс стандарты булдырылды.

КЕЙЕМ МЕНӘН ГЕНӘ АЙЫРЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛДӘР!    Стәрлетамаҡта “шайморатовсылар” нисек тәрбиәләнә?
КЕЙЕМ МЕНӘН ГЕНӘ АЙЫРЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛДӘР! Стәрлетамаҡта “шайморатовсылар” нисек тәрбиәләнә?

Дүрт мең “шайморатовсы”

“Шайморатов класы” ата-әсәләр-ҙең ризалығы менән, 5-се кластан башлап, ләкин 7-се кластан да һуңға ҡалмайынса, һаулыҡ торошо буйынса хәрби-ғәмәли спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүгә яраҡлы укыусылар иҫәбенән ойошторола. Бөгөнгә рес-публикала 2020 йылдан алып 186 “Шайморатов класы” асылған, уларҙа дүрт мең самаһы уҡыусы белем ала. Шул иҫәптән, 2022-2023 уҡыу йылында Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла Стәрлетамак ҡалаһында беренсе булып Рәсәй Геройы, генерал-майор М.Шайморатов исемендәге класс асылды. 2023-2024-се уҡыу йылында гимназияла икенсе “Шайморатов класы” үҙ уҡыусыларын йыйҙы.
“Шайморатов класы”н асыу тантанаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Белем көнө менән ҡотлап, Рөстәм Фәрит улы әлеге класс эшмәкәрлеген үҫтереүгә 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Мөмкинлектән файҙаланып, ҡала хакимиәтенә һәм мәғариф бүлегенә күрһәтелгән ышаныс өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

“Шайморатов уйындары”

“Шайморатов кластары”н асыуҙың төп маҡсаты, әлбиттә – илһөйәрлек, ил һәм республика тарихына хөрмәт, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары миҫалында Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, рухи-әхла-ҡи ҡиммәттәр, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу, әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыуға булышлыҡ итеү. “Шайморатов класы” уҡыу планы база һәм профилле предметтарҙы берләштереү нигеҙендә төп һәм урта дөйөм белем биреү мәғариф программаларын үҙләштереүҙе; Рәсәй тарихы, Башҡортостан тарихы, тыуған яҡты өйрәнеү, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре, сит телдәр, математика, физика, информатика һымаҡ уҡыу предметтарын тәрән өйрәнеүҙе һәм физик культура менән төплө шөғөлләнеүҙе күҙ уңында тота.

Йыл һайын БР Мәғариф һәм фән министрлығы “Юнармия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте төбәк бүлексәһе менән берлектә әлеге маҡсатлы кластар араһында уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү системаһын камиллаштырыуға йүнәлтелгән спорт-патриотик уйындар (йәки “Шайморатов уйындары”) үткәрә, күптән түгел беҙҙең уҡыусылар ошондай уйындарҙа Стәрлебаш районында булып ҡайтты. Шулай уҡ йылына ике тапҡыр класс уҡыусылары араһында “Шайморатов уйындары” үтә – улар Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ҡышҡы һәм Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөн байрам итеүгә арналған йәйге уйындар.

Тантаналы шарттар ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та өҫтәй

Йыл һайын “шайморатовсылар”ға ҡабул итеү тантанаһы уҙғарыла. Уҡыусылар ант тексын ике телдә – русса һәм башҡортса яттан һөйләй. Шунан һуң уларға күкрәккә таға торған айырыу билдәһе, ә класҡа байраҡ тапшырыла. Шулай уҡ уҡыусылар Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарынан тыш, “Шайморатов кластары” гимнын – “Шайморатов генерал” йырын белергә тейеш. Уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса айырыуса уңыш ҡаҙанған “шайморатовсы”ларға 1, 2 һәм 3 дәрәжә “Йәш шайморатовсы” почет билдәләре тапшырыла.

Республика көнөндә йыл да Өфөнөң Совет майҙанында иң яҡшы “Шайморатов кластары” өсөн “шайморатовсылар”ға ҡабул итеү ойошторола. Тантаналы сараға “Йәйге Шайморатов уйындары” конкурсында иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән республиканың 20 мәктәбенән 500 уҡыусы саҡырыла.

2022 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Республикаһы көнөндә гимназияның беренсе “Шайморатов класы” Рәсәй Геройы генерал-майор М. Шайморатовҡа һәйкәл асыуҙа һәм “Йәйге Шайморатов уйындары” еңеүселәре һәм призерҙары иҫәбендә “Йәш шайморатовсылар”ға тантана-лы бағышлауҙа ҡатнашты. “Йәш шайморатовсылар” үҙ халҡының һәм тыуған еренең лайыҡлы һәм тоғро улдары булырға ант бирҙе. 2023 йылда икенсе “Шайморатов класы” асылғас ул да баш ҡалаға “Шайморатов кластары”на бағышлау тантанаһына саҡырылды.

Робот, шахмат һәм бейеү

Белем биреү программаһына килгәндә, гимназияның “Шайморатов кластары” өсөн өҫтәмә белем биреү киң йүнәлештә ойошторолған: уҡыусылар “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте”, “Программалаштырыу һәм роботлы техника”, “Шахмат уйыны”, “Бал бейеүҙәре”, “Халыҡ бейеүҙәре”, “Уҡ атыу”, “Ирекле һәм милли көрәш” түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Хәрби һәм физик әҙерлеккә ҙур иғтибар бирелә. Уҡыусылар Калашников автоматын һүтергә һәм йыйырға, медицина яр-ҙамы күрһәтергә өйрәнә, йөҙөү менән шөғөлләнә, үҙҙәренең йәш төркөмөндә ГТО нормативтарын тапшыра, мәҫәлән, беҙҙең “шайморатовсылар” күренекле спорт мастерҙарының оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, “Фаворит” ат спорты клубында тәжрибәле тренерҙар менән һыбай йөрөү оҫталығына өйрәтә.

Дуҫлыҡ күпере аша берҙәмлеккә табан

“Кластар дуҫлығы” бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә гимназияның “Шайморатов кластары” илебеҙҙең башҡа төбәктәренән йыйылған балалар менән аралаша. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында 5Б “Шайморатов класы”нда Иркутск өлкәһенең Братск ҡалаһының 5-се “Юнармия класы” менән берлектә онлайн дәрес үткәрелде. Илдең ике төбәге уҡыусылары видеобәйләнеш аша танышты, уңыштары менән уртаҡлашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Шулай уҡ гимназистарыбыҙ үҙҙәренең класы, генерал-майор М.Шайморатов хаҡында һөйләне, “Шайморатов генерал” йырын башкарып ишеттерҙе.

Беҙҙең “шайморатовсылар” илһөйрәлекте сағылдырған төрлө акцияларҙа һәм проекттарҙа ла ҡатнаша. Уҡытыусылар һәм ата-әсәләр менән бергә махсус операция зонаһында булған яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам ойоштороу маҡсатында “Йөрәк йылыһы” акцияһы быға асыҡ миҫал.

Гимназияның “Шайморатов кластары” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең тәүге ячейкаһын асыуҙа ла ҡатнашты һәм тарихи мираҫты һаҡлау өсөн Ватаныбыҙҙың балаларын һәм йәштәрен берләштергән “Тарихты һаҡлаусылар” Бөтә Рәсәй проектында әүҙем сығыш яһаны. “Шайморатовсылар” ҡалабыҙҙың тыуған яҡты өйрәнеү музейында, китапханала йыш ҡунаҡ, тарихи материалдарҙы өйрәнә, буш ваҡыттарында китаптар уҡый, тарихи фотоһүрәттәр менән таныша.

Ҡалабыҙҙың тарихи өлөшөндә иҫке бина булыуы асыҡланды, унда 1941 йылда эвакуацияланған госпиталь урынлашҡан булған. Бина ташландыҡ хәлдә икәнен күреп, ошо иҫтәлекле һәм тарихи урынды һаҡлау маҡсатында “шайморатовсылар” үткән йыл ааҙғында уны тәртипкә килтереү өсөн өмә үткәрҙе. Ошондай саралар аша ла илһөйрәлек рухы нығына уҡыусыларҙа.
Бынан тыш, ветерандар советтары, хәрби-патриотик клубтар вәкилдәре һәм башҡа ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. “Хәтер вахтаһы” бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә почетлы ҡарауылда дежурҙа торҙолар. Еңеү парадында ла намыҫ менән ҡатнаштылар.

Бер ус тупраҡ

2023 йылдың октябрендә Стәрлетамаҡтың Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында “Шайморатов” класы уҡыусылары Луганск Халыҡ Республикаһынан килтерелгән тупраҡ менән капсуланы ҡабул итеүҙә ҡатнашты. Тантаналы сарала уҡыусылар алдында Тыуған ил, Ватан, тоғролоҡ, батырлыҡ тураһындағы йөкмәткеле телмәре менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм абруйлы ҡунаҡтар сығыш яһаны. Махсус хәрби операция ветерандары был көндө гимназиябыҙға Рәсәй Геройы М.Шайморатов һәләк булған урындан тупраҡ тултырылған капсуланы тапшырҙы һәм генерал-майорҙың һәләк булыуына 80 йыл үтеүен билдәләне. “Бөгөн Рәсәй фашизмға ҡар-шы көрәшеүен дауам итә, һәм бөгөн дә Башҡортостан үҙенең яугирҙары менән дан тота”, – тине улар. Сара һуңында “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы сиктәрендә “Шайморатов кластары” уҡыусылары һәм ҡунаҡтар, “Шайморатов кластары”ның буласаҡ аллеяһына нигеҙ һалып, шыршылар ултыртты. Ылыҫлы ағас үҫентеләрен ветерандар союзы (Эске эштәр министрлығы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе В. Михайлов) бирҙе.

Был изге ваҡиға кесе һәм оло быуынды берләштереп, уҡыусыларға күсәгилешлелек һәм гражданлыҡ тәрбиәһе биреү ысулы булып тора. Тантаналы ваҡиға ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә тоғролоҡ һәм уларҙың Ватан хаҡына башҡарған эштәре символына әүерелде. Әлеге сара – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һәм уның легендар командирының тарихи хәтерен мәңгеләштереүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән ҡаһарманлыҡ дәресе ул. Был матур йоланы шайморатовсыларҙың яңы быуыны дауам итер, ә “Шайморатов кластары” уҡыусылары тиҫтерҙәре өсөн өлгө булып торор, тип ышанабыҙ.
Бындай кластар, саралар һәм уҡыу процесы ҡалабыҙҙа, республикабыҙҙа һәм ил кимәлендә лә Ватан, батырлыҡ, намыҫ, тоғролоҡ яуаплылыҡ һымаҡ изге төшөнсәләрҙе аңлаған, хөрмәт иткән быуын тәрбиәләүгә нигеҙ булып тора.

Айгөл ШАҺИСОЛТАНОВА,
Ж.Кейекбаев исемендәге
3-сө гимназия директоры.

КЕЙЕМ МЕНӘН ГЕНӘ АЙЫРЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛДӘР!    Стәрлетамаҡта “шайморатовсылар” нисек тәрбиәләнә?
КЕЙЕМ МЕНӘН ГЕНӘ АЙЫРЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛДӘР!    Стәрлетамаҡта “шайморатовсылар” нисек тәрбиәләнә?
КЕЙЕМ МЕНӘН ГЕНӘ АЙЫРЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛДӘР!    Стәрлетамаҡта “шайморатовсылар” нисек тәрбиәләнә?
КЕЙЕМ МЕНӘН ГЕНӘ АЙЫРЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛДӘР!    Стәрлетамаҡта “шайморатовсылар” нисек тәрбиәләнә?
КЕЙЕМ МЕНӘН ГЕНӘ АЙЫРЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛДӘР!    Стәрлетамаҡта “шайморатовсылар” нисек тәрбиәләнә?
КЕЙЕМ МЕНӘН ГЕНӘ АЙЫРЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛДӘР!    Стәрлетамаҡта “шайморатовсылар” нисек тәрбиәләнә?
КЕЙЕМ МЕНӘН ГЕНӘ АЙЫРЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛДӘР! Стәрлетамаҡта “шайморатовсылар” нисек тәрбиәләнә?
Автор:
Читайте нас: