Сығарылыш уҡыусыларына үҙҙәре һайлаған фәндәрҙең береһе буйынса БДИ-ны ҡабаттан тапшырырға рөхсәт ителә. Уҡыусылар шул уҡ йылда, вуздарҙа ҡабул итеү компанияһы тамамланғансы, ошондай мөмкинлекә эйә була (ҡабаттан һынау тотоп, документтарын тапшырып өлгөрһөн өсөн).
«Уҡыусыға үҙе һайлаған предметтарҙың береһенән берҙәм дәүләт имтиханын ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеген бирергә тәҡдим итәм», - тип белдерҙе Владимир Путин.