Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Март , 18:00

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы башланды

 Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсын һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсын асыу тантанаһы үтте. Республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ике һөнәри конкурста төрлө фәндәрҙән белем биргән 207 уҡытыусы ҡатнаша.

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы башланды
Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы башланды

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы быйыл 34-се тапҡыр уҙғарыла. Ул «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы», «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һәм «Йәш уҡытыусы» конкурстарын үҙ эсенә ала.

2024 йылда «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә 65 конкурсант үҙ көсөн һынай. «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» исеме өсөн 34 рус әҙәбиәте белгесе көрәшһә. «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында — 8, ә «Йәш уҡытыусы» конкурсында 45 педагог ҡатнаша.

Алда ҡатнашыусыларҙы дүрт конкурс туры көтә.

Бөгөн, 5 мартта, Өфө мәктәптәрендә һәм М.Аҡмулла исемендәге ЮДПУ технопаркында «Уҡыусылар менән һөйләшеү» конкурс һынауы башлана.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы 29-сы тапҡыр ойошторола. Унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 55 уҡытыусы ҡатнаша.

2023 йылда Өфөнөң А.Ш. Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһының математика уҡытыусыһы Артем Баянов «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсында еңеү яуланы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-03-05/f-l-bash-ortostandy-yyl-u-ytyusy-y-respublika-konkursy-bashlandy-3669360

 

Автор:
Читайте нас: