Ашҡаҙар
+5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Март , 17:49

Һау бул инде, ҡыш!

Ҡалабыҙҙың 13-сө балалар баҡсаһында кескәйҙәргә кешенең тәбиғәткә бәйле икәнлеген аңлатыу маҡсатында төрлө саралар үткәрелеп тора. күптән түгел ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршыланыҡ. был ваҡиғаға балалар ҙа, баҡса мөдире Ольга Николаева етәкселегендәге педагогтар ҙа һәм ата-әсәләр ҙә ныҡлы әҙерләнде, байрамды түҙемһеҙлек менән көттөк.

Һау бул инде, ҡыш!
Һау бул инде, ҡыш!
Байрамға тәрбиәселәр менән бергә кескәйҙәр шиғырҙар, йырҙар, әйтемдәр ятланы, хороводтар алып барҙы, халыҡ уйындары уйнаны, һүрәт төшөрҙө, һәм аппликациялар яһаны, һәм, әлбиттә, барыһы ла тәмле ҡоймактар менән һыйланды. Байрамды алып барыусылар балаларға йомаҡтар әйтеп асты. Әкиәт персонажы “Убырлы ҡарсыҡ” балалар өсөн ярыштар ойошторҙо. Әлбиттә, бөтә уйындарҙа ла дуҫлыҡ еңде!
 
Ошонда уҡ йәрминкә лә ойошторолдо: хуш еҫле ҡамыр ризыҡтары, тәм-том булды, балалар үҙҙәренең ҡул эштәрен, һүрәттәрен тәҡдим итте. Уларҙы ойоштороуҙа ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты. Балаларҙың бәхетенә сик юҡ ине! Ҡышты күңелле күңелле оҙаттыҡ, яҙҙы көтәбеҙ!
 
Эльвира бӘХТЕЙӘрОВа,
уҡытыусы-логопед.
Автор:
Читайте нас: