Уның һүҙҙәренсә, быйыл республикала химия буйынса йөҙ балл йыйған эштәр — 45. Былтыр улар 18 ине.
«Был уҡыусыларҙың тырышлығы һәм маҡсатҡа ынтылышы, шулай уҡ уҡытыусыларыбыҙҙың ғәйәт ҙур хеҙмәте хаҡында һөйләй, — тип билдәләне Урал Килсенбаев. — Быйыл 2423 сығарылыш уҡыусыһы химиянан берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы, уларҙың 630-ы 81 һәм унан юғарыраҡ балл йыйҙы. Республика етәксеһе тәҡдиме менән БДИ һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларға — 50 мең, ә максималь балл туплап, республиканың юғары уҡыу йорттарына ингән йәштәргә 150 мең һум күләмендә премия түләнә. Мәктәп тамамлаусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын юғары һөҙөмтәләр менән ҡотлайым. Уҡыусыларыбыҙҙың уңыштары менән ғорурланабыҙ! Афарин!»