Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Июнь , 17:45

Башҡортостанда бер юлы ике сығарылыш уҡыусыһы БДИ-ла 200 балл йыйған

Башҡортостанда бер юлы ике сығарылыш уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханын 200 балға тапшырҙы. Бөрө лицейының 11-се класс уҡыусыһы Анна Әхмәҙиева, Бөрө ҡалаһының 8-се мәктәбе уҡыусыһы Мөнир Ғилманшин профилле математика һәм химия буйынса имтиханда 100-шәр балл йыйҙы, тип хәбәр итте республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин.

Башҡортостанда бер юлы ике сығарылыш уҡыусыһы БДИ-ла 200 балл йыйған
Башҡортостанда бер юлы ике сығарылыш уҡыусыһы БДИ-ла 200 балл йыйған

«Бөгөн сығарылыш уҡыусылары ике мотлаҡ фән буйынса үҙ һөҙөмтәләрен белергә мөмкин.

Рус теленән берҙәм дәүләт имтиханын 14 171 сығарылыш уҡыусыһы тапшырҙы, 11 уҡыусы 100 балл йыйҙы, 2 728 кеше 81 һәм унан юғарыраҡ балл алды. Профилле математиканан 7 652 уҡыусы һынау тотто, уларҙың 31-е — 100 балл, 1 324-е 81 һәм унан күберәк балл тупланы», — тип яҙа министр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сығарылыш уҡыусылары имтихан һөҙөмтәләрен мәғлүмәт сервисының шәхси кабинетында йәки уҡыған мәктәбендә белергә мөмкин.

Башҡортостанда география, химия һәм әҙәбиәт буйынса берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре билдәле. Әлеге ваҡытта республиканың 45 уҡыусыһы — химиянан, дүртәүһе — географиянан, икәүһе әҙәбиәттән 100 балл йыйған.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-06-11/bash-ortostanda-ber-yuly-ike-sy-arylysh-u-yusy-y-bdi-la-200-ball-yyy-an-3806749

 

Автор:
Читайте нас: