Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Июнь , 17:42

Башҡортостанда туғыҙынсылар һәм ун беренселәр өсөн сығарылыш кисәләре көндәре билдәле булды

Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин туғыҙынсы һәм ун беренсе кластар өсөн сығарылыш кисәләренең көнөн әйтте.

Башҡортостанда туғыҙынсылар һәм ун беренселәр өсөн сығарылыш кисәләре көндәре билдәле булды
Башҡортостанда туғыҙынсылар һәм ун беренселәр өсөн сығарылыш кисәләре көндәре билдәле булды

«Сығарылыш кисәләре — һәр уҡыусы тормошонда иҫтәлекле ваҡиға. Улар уҡытыусылары, класташтары һәм, ғөмүмән, мәктәп тормошо менән хушлаша. Башҡортостанда мәктәп тамамлаусыларға аттестат тапшырыу көнө билдәләнде:

Туғыҙынсылар — 2024 йылдың 28 июнендә (йома);

Ун беренселәр — 2024 йылдың 29 июнендә (шәмбе)», — тип яҙа министр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Кисәләрҙе үткәргәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәү кәрәклеген дә иҫкә төшөрҙө ул.

Быйыл Башҡортостанда туғыҙынсы класты — 50 меңдән ашыу, ә ун беренсе класты 15 меңгә яҡын уҡыусы тамамлай.

Шулай уҡ уҡыуҙағы айырым ҡаҙаныштар өсөн беренсе йәки икенсе дәрәжә миҙал алырға мөмкин. Беренсеһе — алтын, икенсеһе — көмөш.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-06-25/bash-ortostanda-tu-y-ynsylar-m-un-berensel-r-s-n-sy-arylysh-kis-l-re-k-nd-re-bild-le-buldy-3822342

 

Автор:
Читайте нас: