Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
22 Ғинуар 2025, 07:08

Башҡортостанда колледждар нисек үҙгәрә

Рәсәй иҡтисадына өс миллион самаһы эшсе ҡул етмәй. Предприятиеларға төҙөүселәр, иретеп йәбештереүселәр, электриктар, водителдәр талап ителә. Биш йыл элек, хеҙмәт баҙарында ҡатмарлы хәлдәр булырын күҙаллап, республикала урта һөнәри белем биреү системаһын ныҡлы үҙгәртә башланылар. Ошо ваҡыт эсендә колледждарҙа ниндәй үҙгәрештәр булған?

Башҡортостанда колледждар нисек үҙгәрәБашҡортостанда колледждар нисек үҙгәрә
Башҡортостанда колледждар нисек үҙгәрә

30 йыл эсендә тәүге финанслау

Иң элек республика властары кол­ледж­дарҙың матди-техник базаһын модерни­зация­лауға тотондо. Күпселек уҡыу йорттарының торошо хөрт ине – Башҡортостандың һөнәри белем биреү системаһы 30 йылдан ашыу етди финанслау күрмәне. 90 урта махсус уҡыу йортон ремонтлауға һәм йыһазландырыуға 700 миллион һум йүнәлтелгән. 

Ике йыл эсендә республиканың 20 колледжының 24 мең самаһы студенты яңыртылған уҡыу корпустарында белем алыу мөмкинлегенә эйә булды. 2024 йылда республика колледждары ҡарамағындағы тағы 15 уҡыу бинаһына капиталь ремонт үткәреү өсөн 330 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Хәҙер Башҡортостан колледждары алдынғы белем биреү үҙәктәренә әүерелде, йәштәр заманса һөнәр үҙләштереү, уҡыуҙы тамамлағандан һуң лайыҡлы эш хаҡы түләнгән хеҙмәт урындары табыу мөмкинлегенә эйә булды.

Беҙҙең колледждар күршеләрҙе лә йәлеп итә башланы

Яңыртылған тәүге урта һөнәри уҡыу йорттары араһында Асҡын ауылындағы Башҡортостан ауыл хужалығы һөнәри колледжы ла бар. Бында 80 миллион һумға торошло етди капиталь ремонт үткәрелгән: тәҙрәләр, иҙән, яҡтыртыу ҡорамалдары, һыу үткәреү системаһы алмаштырылған, фасад яңыртылған һәм йылытылған, мебель һатып алынған. Ашхана, дөйөм ятаҡ ремонтланған, унда, ниһайәт, ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн айырым душ бүлмәләре барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ биләмә төҙөкләндерелгән.

– Ауылға килгән ҡунаҡтар шунда уҡ беҙҙең колледжға иғтибар итә, – тип һөйләй Лилиә Вәсимова. Уның улы ошонда ауыл хужалығы производствоһы мастерына уҡый. – Шарттар һәйбәт! Әсәй булараҡ, улымдың алыҫҡа китмәйенсә уҡый алыуына һәм ихтыяжлы һөнәргә эйә булыуына бик шатмын.

Заманса, матур был уҡыу йорто эргә-тирәләге күп кенә йәштәрҙе йәлеп итә. Бөгөн Асҡынға уҡырға инеү өсөн күрше райондарҙан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә, атап әйткәндә, Пермь крайынан йәштәр килә.

Хатта Ханты-Манси автономиялы округынан да студенттар бар.

– Хәҙер беҙ өҫтәмә һөнәри белем биреү даирәһен киңәйтергә уйлайбыҙ, тәғәйен эш биреүселәргә йүнәлтелгән кластар ойошторасаҡбыҙ, – тип пландары менән уртаҡлашты кол- ледж директоры Ринат Саҙрыев. –

Йәштәрҙең тыуған ауылында йәшәргә һәм эшләргә ҡалыуын теләйбеҙ.

Шарттар яҡшыраҡ булған һайын сығарылыш уҡыусылары күберәк

2023 йылда Башҡортостанда иң уңышлы колледждар өсөн миллион һумлыҡ ун грант булдырылды. Шулай уҡ уҡыу йорттары 30 миллион һум күләмендәге республика грантын алыу мөмкинлегенә эйә. 2023 йылда

Туймазы индустриаль колледжына ошондай уңыш йылмайҙы. Был аҡсаға улар яңы ҡорамалдар һатып алған, оҫтаханаларҙы төҙөкләндергән, уҡытыу корпустарын яңыртҡан.

– Үҙгәрештәр кадрҙар әҙерләү сифатын яҡшыртырға һәм уҡыу йортон тамамлаусылар һанын арттырырға мөмкинлек бирә, – ти Туймазы колледжы директоры Олег Ғайсин. – Быйылғы уҡыу йылында грант ярҙамы менән иретеп йәбештереүселәрҙең өҫтәмә төркөмөн йыя алдыҡ. Хәҙер беҙҙә ике түгел, ә дүрт иретеп йәбештереүселәр төркөмө бар, дөйөм алғанда 100 кеше уҡый.

Республика гранттарынан тыш, колледждар федераль аҡсаларҙы ла әүҙем йәлеп итә, шул иҫәптән «Профессионалитет» проекты буйынса ла. Уның ярҙамында төбәктә 19 белем биреү-етештереү һәм белем биреү үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Яңыртылған колледждарҙа әҙерләнгән квалификациялы белгестәрҙе аныҡ предприятиеларҙа көтәләр.

2022 йылдан республикала колледждарҙы яңыртыу буйынса төбәк программаһы эшләй. 2030 йылға тиклем алдынғы ҡорамалдар менән йыһазландырыуға – 4 миллиард һум, йыл һайын 500-өшәр миллион һум бүлеү күҙалланған.

«Заманға яраҡлаша белеү һәм бөгөнгө талаптарға ярашлы белгестәр әҙерләү мөһим. Хәҙер хеҙмәт ресурстары өсөн көрәш бара. Иҡтисад үҫешә, белгестәр кәрәк булған яңы предприятиелар барлыҡҡа килә. Йәштәр тыуған республикаһында уҡыһын һәм артабан ошонда хеҙмәт итһен өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Кеше ресурсы – ул төп байлыҡ».
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы.

Бюджет нигеҙендә уҡырға инеү мөмкинлеге арта

Яңы белем биреү үҙәктәренең береһе – Клиник һәм профилактик медицина өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге Бөрө медицина-фармацевтика колледжы базаһында барлыҡҡа килде. Уҡыу йортонда капиталь ремонт үткәрелгән, ете лаборатория булдырылған һәм заманса ҡора- малдар һатып алынған.

Директор Ниля Белобородова әйтеүенсә, Бөрө медицина колледжы икенсе йыл рәттән беренсе курс студенттары өсөн бюджет урындарын арттыра, әммә уҡырға ингәндә конкурс республикала иң юғарыларҙың береһе булып ҡала: бер урынға – биш-алты кеше. Алдағы ҡабул итеү кампанияһында бында бюджет урындарына ҡабул итеүҙе тағы ла 25 кешегә арттырырға ниәтләйҙәр.

Колледждарҙа бюджет урындары һаны дөйөм алғанда бөтә республика буйынса арта. 2024-2025 уҡыу йылына Башҡортостанда 23 меңгә яҡын бюджет урыны булдырылған – бынан алдағы күрһәткестән бер меңгә тиерлек күберәк. 2025 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров бюджет урындары һанын тағы ла ике меңгә арттырыу бурысын ҡуйҙы.

«Профессионалитет» проектына ярашлы ойошторолған белем биреү үҙәктәре һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Был үҙәктәрҙе асыуға колледждар 1,62 миллиард һумдан ашыу федераль субсидия йәлеп иткән, республика ҡаҙнаһы 860 миллион һумдан ашыу аҡса бүлгән.

ФЕКЕР

Марат Заһиҙуллин, Стәрлетамаҡ политехник колледжы директоры:

– Бөгөн эш биреүселәрҙең талаптарына ярашлы белгестәр әҙерләү һөнәри белем биреү учреждениелары өсөн иң мөһим бурыс булып тора. Предприятиеларҙы кәрәкле кадрҙар менән ваҡытында тәьмин итеү өсөн заман талаптарын иҫәпкә алып эшләргә кәрәк. Колледжыбыҙ миҫалында шуны әйтә алам: эш биреүсе ойошмаларҙың вәкилдәре менән осрашыуҙар һәм кәңәшмәләр һөҙөмтәһендә, беҙ уҡытыу программаларының вариатив өлөшөнә даими төҙәтмәләр индерәбеҙ.
Әгәр беҙҙең балалар матур, заманса йыһазландырылған аудиторияларҙа уҡыһа, оҫтаханаларҙа шөғөлләнһә, көнәркәшлеккә һәләтле йәштәрҙе йәлеп итәсәкбеҙ, ә илебеҙ иҡтисады юғары әҙерлекле белгестәргә эйә буласаҡ. Бөтә яҡшы нәмә – балаларға. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә һәм БР Мәғариф һәм фән министрлығына хәстәрлек һәм һәр колледжға үҫеш мөмкинлектәре булдырғаны өсөн ҙур рәхмәт!

Автор:
Читайте нас