Стәрлетамаҡ педагогтары улар иң яҡшылары булыуын йәнә раҫланы. “Башҡортостан Республикаһының Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡалабыҙҙың 5-се гимназияның физика уҡытыусыһы Хәйбуллин Ренар Мөхтәр улы (уртала) абсолют еңеүсе булды!
Шулай уҡ алты лауреат һәм ике еңеүсе түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнде:
Кәримова Алина Фәрит ҡыҙы – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе, 6-сы гимназия;
Гиләжетдинова Гөлфиә Фоат ҡыҙы - “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы” конкурсы лауреаты, 17-се мәктәп;
Таймаҫова Айһылыу Нәсип ҡыҙы – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы лауреаты, 23-сө полилингваль мәктәп;
Хужахмәтова Гулназ Урал ҡыҙы – “Һөнәри өҫталығы өсөн” номинацияһында еңеүсе, Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия;
Ворсина Мария Сергеевна – “БР мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” конкурсы лауреаты, 12-се балалар баҡсаһы;
Ҡотлоева Гюльнас Фәйез ҡыҙы – “БР мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” конкурсы лауреаты, 1-се гимназия нигеҙендәге “Умка” балалар баҡсаһы;
Семенова Ирина Владимировна – “БР мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” конкурсы лауреаты, 81-се балалар баҡсаһы;
Давыдова Людмила Александровна – “Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектолоғы - 2025” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы лауреаты, 92-се балалар баҡсаһы;
Хөрмәтле уҡытыусыларҙы еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Тынғыһыҙ һәм еңел булмаған эшегеҙҙә тик уңыштар, һайлаған эшегеҙгә тоғролоҡ, яңы ижади ҡаҙаныштар һәм рәхмәтле уҡыусылар теләйбеҙ!