Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Мәғариф
20 Март 2025, 06:07

Стәрлетамаҡ педагогтары иң яҡшылары

Стәрлетамаҡ педагогтары улар иң яҡшылары булыуын йәнә раҫланы. “Башҡортостан Республикаһының Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡалабыҙҙың 5-се гимназияһының физика уҡытыусыһы Ренар Мөхтәр улы Хәйбуллин абсолют еңеүсе булды!

Стәрлетамаҡ педагогтары иң яҡшыларыСтәрлетамаҡ педагогтары иң яҡшылары
Стәрлетамаҡ педагогтары иң яҡшылары

Шулай уҡ алты лауреат һәм ике еңеүсе түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнде:

Кәримова Алина Фәрит ҡыҙы – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе, 6-сы гимназия;

Ғиләзетдинова Гөлфиә Фоат ҡыҙы – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы лауреаты, 17-се мәктәп;

Таймаҫова Айһылыу Нәсип ҡыҙы – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы лауреаты, 23-сө полилингваль мәктәп;

Хужахмәтова Гөлназ Урал ҡыҙы – “Һөнәри өҫталығы өсөн” номинацияһын-да еңеүсе, Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия;

Ворсина Мария Сергеевна – “БР мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” конкурсы лауреаты, 12-се балалар баҡсаһы;

Ҡотлоева Гөлназ Фәйез ҡыҙы – “БР мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” конкурсы лауреаты, 1-се гимназия нигеҙендәге “Умка” балалар баҡсаһы;

Семенова Ирина Владимировна – “БР мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” конкурсы лауреаты, 81-се балалар баҡсаһы;

Давыдова Людмила Александровна – “Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы – 2025” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы лауреаты, 92-се балалар баҡсаһы;

Хөрмәтле уҡытыусыларҙы еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Тынғыһыҙ һәм еңел булмаған эшегеҙҙә тик уңыштар, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоҡ, яңы ижади ҡаҙаныштар һәм рәхмәтле уҡыусылар теләйбеҙ!

Зөбәржәт ХАФИЗОВА,

Методик-мәғлүмәт үҙәк белгесе.
Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас