Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
2 Апрель 2025, 06:33

Әйҙә, уҡыйыҡ әле китап!

Бөгөн – Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнә. Был датаның ошо көндө һайланыуы күренекле немец әкиәтсеһе Ханс Кристиан Андерсендың тыуған көнө менән бәйле. Әҙиптең исемен мәңгеләштереү һәм балаларҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатында булдырылған байрам бөтә донъяла 1967 йылдан алып билдәләнә.

Әйҙә, уҡыйыҡ әле китап!Әйҙә, уҡыйыҡ әле китап!
Әйҙә, уҡыйыҡ әле китап!

Хәҙерге балалар күп ваҡытын компьютер, телефон һәм телевизор ҡаршыһында үткәрә. Илебеҙҙә ойошторолған социаль тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең китапҡа ҡыҙыҡһыныуы түбән дәрәжәлә, баҡтиһәң, балалар буш сағында китап бөтөнләй уҡымай, тип әйтергә мөмкин.

Китап уҡып үҫкән баланың күңеле таҙа, уйлау һәләте юғары була, ти бел-гестәр. Бала саҡта уҡыған китаптарҙың геройҙары, һүрәттәре күҙ алдынан китмәй. Хәҙер балаларҙың бик аҙы ғына китапҡа тартыла. Шулай уҡ, матур, төҫлө китап күрһәтһәң һәр сабыйҙың күҙендә осҡон ҡабына. Бөгөн балалар китап уҡыймы? Нисек баланы китап уҡырға ылыҡтырырға? Ҡыҙыҡһыныу уятырға? Был һорауҙар бик күп ата-әсәне борсой.

Китап уҡыу балаларға тылсымлы донъяны аса. Әйтәйек, әкиәттәр күп кенә психологик проблемаларҙы хәл итергә ярҙамлаша, яҡшыны – насарҙан, хаҡты – ялғандан айырырға өйрәтә. Ә өлкәндәрҙең бурысы – сабый күңелендә әлеге ҡиммәтле һәләтте уятыу, тәрбиәләү һәм нығытыу. Әгәр өйҙә китаптар булһа һәм бала үҙ янында өлкәндәрҙең даими уҡыуын күрһә, тимәк, ул да китапҡа тартыласаҡ. Ғаиләлә китап уҡый башларға бер ваҡытта ла һуң түгел. Бары тик бер аҙ сабырлыҡ һәм тырышлыҡ ҡына талап ителә.

“Китап уҡы” тип кенә сабыйҙа китап уҡырға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү мөмкин түгел. Иң мөһиме, баланы китаптың ғәжәйеп донъя икәнлегенә ышандырыу. Бының өсөн уҡыған саҡта текстың иң ҡыҙыҡлы урынында йәки ҡабул итеү ауыр ерендә туҡтатырға кәрәк. Артабан баланы уйланырға, фекерләргә, һүрәттәргә иғтибар итә торған һорауҙар биреү мотлаҡ. Бала үҫкән һайын уның йәшенә тура килгән китаптар һайлағыҙ.

Балалар әкиәт, хикәйәләрҙе бик ихлас тыңлай. Бер үк әҫәрҙе бер нисә тапҡыр уҡырға ла мөмкин, сөнки баланың ҡыҙыҡһыныуы бер ҙә кәмемәй. Китапты уҡып сыҡҡандан һуң, ундағы персонаждар, уларҙың характеры хаҡында һөйләү фәһемле.

Балаларға әҙәбиәт донъяһына тәүге аҙымды бәләкәстән яһарға кәрәк. Уларҙы әҙәбиәт менән таныштырыусы, әйҙәүсе булып, әлбиттә, ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр тора. Беҙ, тәрбиәселәр, бәләкәстәребеҙ китаптар менән дуҫ булып, уларҙың китапҡа ҡарата һөйөүен тәрбиәләүҙә талапсанлыҡ күрһәтәбеҙ. Кескәй төркөмдәрҙә китаптарҙың сағыу һүрәттәре, ике-дүрт юллыҡ шиғыр юлдары, ҡыҫҡа әкиәттәр балаларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итһә, өлкән төркөмдәрҙә хикәйәләр, шиғырҙар, сюжеттарға бай булған әкиәттәр ҡыҙыҡһындыра.

Китап уҡыу балаларҙың көндәлек тормошонда йыш килгән ҡунаҡмы, әллә бер эпизод ҡына булып ҡалған ваҡиғамы, барыһы ла өлкәндәрҙән тора. Әгәр ҙә беҙ, үрнәк күрһәтеп, ҡулдарға китап алып уларға әкиәт, шиғырҙар уҡып, бергәләшеп һүрәттәр ҡараһаҡ, әлбиттә, балаларҙа ла китапҡа ҡарата һаҡсыл ҡараш, ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләнәсәк. Өлкәндәр менән бергә китап уҡып, һүрәттәр ҡарағанда бәләкәстәрҙең уйлау һәләте, йәлләү, ярҙам итеү тойғоһо үҫә, ғорурлыҡ, батырлыҡ сифаттары тәрбиәләнә.

Ғаилә менән китап уҡыу ҙа, шулай уҡ бик фәһемле, яҡшы күренеш. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта ата-әсәләрҙең балаларға бүлгән ваҡыты бик аҙ, йәки бөтөнләй юҡ. Балалар буш ваҡыттарын телефон, компьютер артында үткәрә, хатта, ҡулға китап тотоп уҡыуҙы ғына түгел, ә интернет йәки экран аша уҡыуҙы ла артыҡ күрә. Был ҡыҙғаныс хәл, уйланырға урын күп. Әлбиттә, заманаға, ваҡыт юҡлығына һылтанырға була, ә шулай ҙа, хөрмәтле ата-әсәләр, өлкәндәр, әгәрҙә бәләкәсегеҙ, китап тотоп, эргәгеҙгә килеп, “Әйҙә, уҡыйыҡ әле” тип өндәшһә, кире ҡаҡмағыҙ бер үк, бергә уҡығыҙ.

З.Ә.Камалова, Ә.Т.Хабаева,
62-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.

Әйҙә, уҡыйыҡ әле китап!
Әйҙә, уҡыйыҡ әле китап!
Автор:
Читайте нас