Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Мәғариф
17 Апрель 2025, 06:40

Директорҙарға — 690 мең һум грант

Башҡортостан Башлығы ауыл мәктәптәре директорҙары өсөн гранттар тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Директорҙарға — 690 мең һум грантДиректорҙарға — 690 мең һум грант
Директорҙарға — 690 мең һум грант

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыл мәктәптәре директорҙары өсөн гранттар тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында баҫылған.

Указ тексынан күренеүенсә, 2025 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда ауыл ерендә эшләгән дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре өсөн 50 грант булдырылды. Һәр гранттың суммаһы – 690 мең һум.

Гранттар тапшырыу тураһында ҡарарҙы республика комиссияһы ҡабул итергә тейеш.

Сығанаҡ.

Фото - мөрәжәғәтнамәнән скриншот.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас