

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында эшләүсе йәш педагогтар Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсында еңеү яуланы. Был турала ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
“Еңеүселәр араһында араһында – 69-сы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гуленина Наталья Валентиновна, “Умка” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Фәйзуллина Гөлшат Фәнис ҡыҙы, 31-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Бойко Мария Евгеньевна һәм 62-се балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Солтанова Розалина Азамат ҡыҙы. Һәр педагогтың грант күләме 575 мең һум тәшкил итә. Был мәктәпкәсә белем биреү системаһында мөһим инновация проекттарын бойомға ашырырға булышлыҡ иткән әһәмиәтле ярҙам”, – тип яҙа ҡала мэры Эмиль Владиславович.
Педагогтарҙы еңеүҙәре менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да һөнәри уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Мәғлүмәт һәм фотолар - Э.Шәймәрҙәнов сәхифәһенән.