Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Мәғариф
25 Апрель 2025, 12:05

Берҙәм дәүләт имтихандары 23 майҙа тарих, әҙәбиәт һәм химиянан башлана

БДИ-2025 23 майҙа тарих, әҙәбиәт һәм химия буйынса имтихандарҙан башлана һәм 23 июндә тамамлана. Был хаҡта Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов Рәсәй төбәктәренең мәғариф министрҙары кәңәшмәһендә белдерҙе.

Берҙәм дәүләт имтихандары 23 майҙа тарих, әҙәбиәт һәм химиянан башланаБерҙәм дәүләт имтихандары 23 майҙа тарих, әҙәбиәт һәм химиянан башлана
Берҙәм дәүләт имтихандары 23 майҙа тарих, әҙәбиәт һәм химиянан башлана

Ил мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау 24 майҙа яңғырай, ә сығарылыш кисәләре 28 июндә ойошторола, тип иҫкә төшөрҙө ул.

Шул уҡ ваҡытта министр һәр мәктәптә берҙәм уҡыу программаһын булдырыу буйынса эштең мөһим булыуын билдәләне, тип хәбәр итә Рәсәй Мәғариф министрлығының телеграм-каналы.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас