Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Мәғариф
23 Июль 2025, 07:20

Башланғыс кластар өсөн аҙнаһына уҡыу сәғәттәре нормаһы билдәләнде

Башланғыс класс уҡыусылары аҙнаһына 26 сәғәт кенә уҡырға тейеш, тиелә Рәсәйҙең мәғариф министрлығы документында.

Башланғыс кластар өсөн аҙнаһына уҡыу сәғәттәре нормаһы билдәләндеБашланғыс кластар өсөн аҙнаһына уҡыу сәғәттәре нормаһы билдәләнде
Башланғыс кластар өсөн аҙнаһына уҡыу сәғәттәре нормаһы билдәләнде

Рәсәйҙең мәғариф министрлығы 1-4-се класс уҡыусыларының аҙнаһына нисә сәғәт уҡырға тейешлеген билдәләне.

2025 йылдың 1 сентябренән беренсе класта йөкләнеш күләме аҙнаһына 20-21 сәғәт, икенсе-дүртенсе кластарҙа 23-26 сәғәт тәшкил итәсәк. Яңы нормалар тураһында РИА Новости хәбәр итә.

Документҡа ярашлы, дүрт уҡыу йылында 5 көнлөк йәки 6 көнлөк уҡыу аҙнаһында дәрестәр һаны 2966 сәғәттән кәм һәм 3305 сәғәттән артыҡ була алмай.

Шулай уҡ, Башҡортостан мәктәптәрендә рухи-әхлаҡи мәҙәниәтте өйрәнә башлайҙар.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас