– Анна Валентиновна, сағыш-тырмаса хеҙмәт дәрестәре ҙур үҙ- гәрештәр кисерҙеме икән?
– Эйе, хеҙмәт (технология) дәрестәре бик күп үҙгәрештәр кисерҙе. Беренсенән, бөгөнгө көндә хеҙмәткә ҡарата бөтә йәмғиәттәге мөнәсәбәт үҙгәрҙе тип әйтер инем. Элек, мәҫәлән, ойоҡ йә бейәләй бәйләмәнеңме — тимәк һин өшөйһөң. Ул ваҡытта тегеү, бәйләү һәм башҡа ҡул эштәре йәшәйеш өсөн бик мөһим булды, бөгөнгө көндә был актуаль түгел, һәм балалар ҙа быны аңлай. Шуның өсөн ҡиммәттәр үҙгәрә, дәрестәрҙә ҡайһы бер бүлектәрҙе үҙләштереү туҡтатыла.
Дәрестәр һаны шул уҡ ҡалды, ә темалар күбәйҙе, улар робот техникаһына һәм башҡа инновацион темаларға бағышлана.
– Хеҙмәт дәресе әле лә мөһим һәм көнүҙәк булып ҡаламы?
– Әлбиттә, сөнки ҡайһы бер балалар үҙҙәре артынан йыйыштыра ла белмәй. Һәм ғөмүмән технология дәресе программаһының маҡсаты – балаларҙы кеше эшмәкәрлегенең төрлө төрҙәре менән таныштырыу. Был киләсәктә уларға һөнәр һайлағанда ярҙам итәсәк. Кемдер әйтә, был миңә оҡшамай, мин бының менән шөғөлләнергә уйламайым ти, ә кемдер мәктәптән үк үҙенең яратҡан маҡсатына ынтыла һәм ошо йүнәлештә үҫешә.
Мәҫәлән, бына беҙҙең Ләйлә Хәсәноваға дәрестәр бик окшай, бигерәк тә дизайнерлык эшмәкәрлеге. Ул хеҙмәт буйынса республика этабы призеры.
Икенсенән, күреп тораһығыҙ, бөгөн ябай эшселәргә ҙур ҡытлыҡ тыуҙы. Ә бит буласаҡ эшсе һөнәрҙәргә нәҡ хеҙмәт дәрестәрендә орлоҡ һалына. Малай-ҡыҙҙар үҙҙәрен оҫта программалаусы итеп кенә тоймай, ә, мәҫәлән, матур итеп һындар эшләргә, оҫта итеп күлдәк тегергә һәләтле икәнен аңлай. Улай ғына ла түгел, нәҡ дизайнер, модельдер, инженер һөнәрҙәре лә беҙҙең дәрестәрҙә башлана тип иҫәпләйем.
– Һеҙ күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемен алдығыҙ. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, артабан да уңыштар!
– Рәхмәт. Был һөнәр буйынса 1987 йылдан алып эшләһәм дә дөрөҫөн әйткәндә, ошондай юғары исемгә лайыҡ булырмын тип уйламаған инем. Үҙемдән генә әйтмәйем, республика етәкселеге тарафынан хәҙер хеҙмәт, георграфия, хәүефһеҙлек дәрестәренә, уҡытыусыларына иғтибар артты. Был дөрөҫ тә, сөнки заман шуны талап итә: беҙгә патриотизм һәм хеҙмәткә һуңламаҫ борон һөйөүҙе нығытырға кәрәк.
Иғтибар тигәндән, беҙҙең ҡалала, мәктәптә лә был аныҡ һиҙелә. Әйтәйек, быйыл беҙ ҡорамалдар һатып алдыҡ, сөнки техника туҙа, ә дәрестәр үткәреү өсөн кәрәк-яраҡтар ҙа бик күп кәрәк.
Кеше лайыҡлы йәшәһен өсөн хеҙмәтте һөйөүе бик мөһим. Ул беҙҙе йәшәү рәүеше менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, шәхси үҫешебеҙгә лә булышлыҡ итә – шуны иҫтә тотайыҡ!..
Әңгәмәне Гүзәл РӘМИЕВА ҡорҙо.