Ашҡаҙар
-22 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ғинуар , 14:02

2026 йылда юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙең яңы ҡағиҙәләре

2026 йылда юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙең яңы ҡағиҙәләре: Башҡортостан Республикаһы фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитетынан аңлатмалар.

2026 йылда юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙең яңы ҡағиҙәләре
2026 йылда юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙең яңы ҡағиҙәләре

1⃣ Маҡсатлы урындар

Хәҙер һәр маҡсатлы урын аныҡ заказ биреүсегә "бәйләнә". Документтарҙа ниндәй программа буйынса һәм ниндәй бүлектә (көндөҙгө, ситтән тороп һ.б.) белем биреү асыҡ күрһәтелә. Әгәр заказ биреүселәр квотанан бөтә урындарҙы ла алмаһа, юғары уҡыу йорто уларҙытүбәндәгесә бүлә: бакалавриат һәм специалитет өсөн — айырым квотаға, магистратура өсөн — дөйөм бюджетҡа.

2⃣ Колледж тамамлаусылар өсөн уҡырға инеү

Әгәр юғары уҡыу йортондағы һөнәр колледж йүнәлешенә тап килһә, БДИ тапшырырға кәрәкмәй. Юғары уҡыу йортоноң эске имтихандарын үтеү генә етә (4-тән артыҡ түгел). Улар араһында мотлаҡ рус теле буласаҡ. Һөнәр башҡа икән – барыһы кеүек үк БДИ аша эш итәһегеҙ.

3⃣ Документтарҙы нисек тапшырырға

Хәҙер өс ысул ғына бар: Госуслуги порталында “Поступление в вуз онлайн” суперсервисы аша, ҡабул итеү комиссияһына шәхсән, почта элемтәһен файҙаланып (белдереү менән заказ хаты). Мөһим: документтарҙы хәҙер юғары уҡыу йорттары сайттары аша тапшырырға ярамай.

4⃣ Белоруссияла имтихан тапшырған рәсәйлеләр өсөн уҡырға инеү

Рәсәй граждандары университетҡа Белоруссияла тапшырған имтихандар йәки үҙәкләштергән тест һөҙөмтәләре буйынса уҡырға инә ала. Уларға өҫтәмә БДИ тапшырырға кәрәкмәй.

Рәсәй Федерацияһы фән һәм юғары белем министрлығының 905-се бойороғо (26.11.2025й.): vk.cc/cTzSLU

Автор:
Читайте нас