

Наградалар һаны буйынса республикабыҙ Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала Рәсәйҙең иң яҡшы өс төбәге иҫәбенә инде.
Беҙҙең командала 27 кеше ине. Уның составында Республика инженер лицей-интернаты, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Яңауыл, Октябрьский, Бөрө ҡалалары, Әлшәй һәм Өфө райондары мәктәптәренән уҡыусылар сығыш яһаны.
Балалар көслө остаздар менән шөғөлләнде, улар араһында Вадим Харисов та бар. Быға тиклем ул үҙе лә химия буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеүсе булды, хәҙер иһә яңы быуын чемпиондар әҙерләй.
«Яҡташтарыбыҙҙың еңеүенә өлөш индергәндәрҙең барыһын да ҡотлайым. Ҡатнашыусыларҙы, уларҙың уҡытыусыларын, ата-әсәләрен. Был иһә республика мәктәптәрендә белем биреүҙең, беҙҙең һәләтле балалар менән эшләү системаһының сираттағы еңеүе ул. Һәммәгеҙгә лә уңыштар теләйем!», — тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Радий Хәбиров.
Сығанаҡ.