Мәғариф
17 Апреля , 05:30

Башҡортостан колледждарында асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла

«Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» проекты буйынса сарала 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары ҡатнаша.

Башҡортостан колледждарында асыҡ ишектәр көнө уҙғарылаБашҡортостан колледждарында асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла
Башҡортостан колледждарында асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла

18 апрелдә Башҡортостандың барлыҡ колледждарында асыҡ ишектәр көнө үткәрелә. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МАХ мессенджерындағы каналында хәбәр итте.

«Уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә белем биреү программалары, талап ителгән һөнәрҙәр тураһында һөйләйәсәктәр. Республиканың алдынғы предприятиеларын — потенциаль эш биреүселәрҙе лә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Балалар колледждарҙа уҡыуҙың ысынлап та яҡшы мөмкинлектәр асыуын күрһен, — тип яҙҙы республика етәксеһе.

Башҡортостанда һөнәри белем биреү системаһын камиллаштырыу дауам итә, тип билдәләне ул.

«Был Башҡортостандың иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереү өсөн ныҡлы нигеҙ булып тора. Асыҡ ишектәр көнөндә ошо хаҡта ла һөйләрбеҙ. Шикләнмәгеҙ, килегеҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Сығанаҡ.
Автор:
Читайте нас