

Бына йәйҙең беренсе айы тамамланып килә. Мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре, ә уҡыу йорттарында имтихандар, дипломдар тапшырыла. Был осор һәр кем өсөн тулҡынландырғыс һәм яуаплы ваҡыттарҙың береһе...
Әлбиттә, уҡыу йортон уңышлы тамамлап, тормоштоң яңы, оло юлына аяҡ баҫыусы йәштәр һәр саҡ һоҡланыу уята. Бына Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы ла үҙенең алдынғы студенттары менән һәр саҡ ғорурлана. Йәштәр көнөнә ҡарата, бөгөн беҙ улар хаҡында бәйән итмәксебеҙ.
Закон ҡатмарлы, әммә ҡыҙыҡлы
Сабина Әсфәндийәрова «Юриспруденция» һөнәре буйынса сығарылыш студенты, Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты. Уҡыу алдынғыһы ғына түгел, шул уҡ ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы, ҙур сараларҙы ойоштороуға индергән өлөшө өсөн бик күп рәхмәт хаттары һәм дипломдар лауреаты ул.
– Киләсәктә үҙ урыныңды табырға төплө белем бирә Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы, бында уҡырға инеүем, йөрәк һәм аҡыл менән ҡабул ителгән ҡарар булды. Ә юриспруденция – бик ҡыҙыҡлы һөнәр. Тәү сиратта, юрист – ул яҡлау, тәртип булдырыу һәм эштәрҙе яйға һалыу. Мин башҡаларға хаталарҙан ҡотолорға ярҙам итергә теләйем. Закон – ҡатмарлы, әммә бик мөһим. Ул башватҡыс, көндән-көн уны сисергә мин әҙер! – ти колледж тураһында Сабина.
Спорт – ул миҙалдар ғына түгел
Айбулат Бағышаев, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжының «Физик культура» һөнәре буйынса уҡыу алдынғыһы, Рәсәй спорт мастеры һәм 12 тапҡыр Башҡортостан республикаһы чемпионы.
– Мин был колледжды осраҡлы ғына һайламаным, уның спортсылар әҙерләүҙә бай тарихлы уҡыу йорто икәнен белә инем. Ысынлап та, бында белем биреү менән генә сикләнмәйҙәр, шул уҡ ваҡытта оҫталарҙы, ысын белгестәрҙе әҙерләйҙәр. Минең өсөн уҡыу йорто яҡшы белем биреүҙән тыш, спортсы булараҡ камиллашыуыма ла булышлыҡ итеүе бик мөһим ине. Стәр-летамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы тулыһынса өмөттәремде аҡланы, – тип тәьҫораттары менән бүлеште ул.
Тырыш хеҙмәттең һәр саҡ емештәр килтереүен иҫбатлау теләге – яңынан-яңы еңеүҙәргә килтерә тигән фекерҙә егет.
– Мин республикамдың үҙенең спортсылары менән ғорурланыуын теләйем. Һәр еңеү – минең генә түгел, бөтә команданыҡы: тренерҙарҙың, остаздарҙың, яҡындарҙың бергәләп тырышҡан эш һөҙөмтәһе ул, – ти егет.
Яңы ғына спортҡа аяҡ баҫҡан йәштәргә, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа һәм үҙ-үҙеңә ышанырға кәңәш итә Айбулат. Уның фекеренсә, спорт – ул миҙалдар һәм дан ғына түгел, ул көндәлек һәм ауыр хеҙмәт.
Тармаҡты үҫтереүгә өлөш индерергә теләп...
Ағалы-ҡустылы Әхмәт һәм Арур Рәхмәтуллаевтар, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжының «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» белгеслеге студенттары.
Улар Дағстан Республикаһы Левашск районының Кундурхе ауылында тыуып үҫкәндәр. Республикаларында туризм әүҙем үҫешә, шуға күрә «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» һөнәрен һайлағандар.
– Тармаҡты үҫтереүгә өлөш индереү теләге көслө беҙҙә, – ти Әхмәт.
Ҡасандыр ағалары ла ошонда уҡ «Физик культура» белгеслеге буйынса уҡып сыҡҡандар. Улар үҙҙәренең тәьҫораттары менән бүлешеп, Башҡортостанға, тап Стәрлетамаҡ колледжына уҡырға инергә кәңәш иткәндәр.
Әхмәт Рәхмәтуллаев әйтеүенсә, колледж уға һөнәри белем генә түгел, төрлө яҡлап үҫешеү мөмкинлеген дә биргән. Бишенсе кластан алып спорт менән шөғөлләнгән малай, колледжға килеп ҙур уңыштарға өлгәшкән: грек-рим көрәше буйынса «Рәсәйҙең спорт мастерына кандидат» танытмаһын һәм спорт разрядын алған. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы беренселегендә ҡатнашып, 3-сө урын яулаған ул.
Ағалы-ҡустылы Рәхмәтуллаевтар быйыл колледжды тамамлап, әрме сафтарына барырға йыйына икән.
– Хеҙмәттән һуң һөнәр буйынса эшкә урынлашырға планлаштырабыҙ. Колледжда алған белем һөнәребеҙҙә уңышлы эшләп китергә ярҙам итеренә ышанабыҙ, – ти улар бер тауыштан.
Уҡыу, ҡурай һәм уңышҡа юл
Айгиз Аҙнабаев, «Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге» һөнәренә белем ала. Ул Ауырғазы районының Талбазы ауылынан. Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжын үҫеш өсөн уңайлы шарттар булдырғаны өсөн һайлаған ул. Үҙе беренсе кластан алып ҡурайҙа уйнай.
Уҡырға инер алдынан колледждың директоры Миҙхәт Биктимер улы Мусаҡаевтың башланғысы буйынса «Ҡуштау» ҡурайсылар ансамбле ойошторолоуы хаҡында белеп ҡала һәм уҡыу менән бер рәттән ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү һис шикһеҙ был колледжға уҡырға инергә этәргес була.
Ә бөгөн ул «Ҡуштау» ҡурайсылар ансамбле менән етәкселек итә. Яңыраҡ Айгиз «ТворчЪ» фестивалендә ҡатнашып, беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булған.
– Колледж миңә белгеслегем буйынса ғына түгел, ә ойоштороу, дисциплина, командала эшләү белемен дә бирә – былар барыһы ла туранан-тура ансамбль менән етәкселек итеүҙә ярҙам итә, – ти Айгиз Аҙнабаев.
Таланттар асылған урын
Полина Маурэр, «Физик культура» йүнәлеше буйынса белем ала. Полина Ғафури районы ҡыҙы. Уның фекеренсә, колледж һөнәри белемдән тыш, спортта, йәмәғәт эшмәкәрлегендә, патриотик проекттарҙа үҙеңде күрһәтеү, ғөмүмән, төрлө яҡтан үҙ таланттарыңды үҫтереү мөмкинлеген бирә.
2025 һәм 2026 йылдарҙа ул командаһы менән «Зарница 2.0» зона этабында еңеү яулаған. Шәхсән уның өсөн «Тактик медицина» отряд ярышында еңеү айырыуса хәтерендә ҡалған.
– Был ярыштар беҙҙе командала эшләргә, тиҙ ҡарарҙар ҡабул итергә һәм сабыр булырға өйрәтте, – ти Полина. Бөгөнгө көндә мин «Факел» ирекмәндәр отрядында торам, бөтә Рәсәй конкурстарында һәм республика форумдарында ҡатнашам. Былар барыһы ла фекерҙәштәр табырға һәм йәмғиәткә файҙа килтерергә ярҙам итә. Мәҫәлән, «Балалыҡ навигаторы» бөтә Рәсәй проектында әүҙем ҡатнашҡаным өсөн рәхмәт хаты алдым, – тип ҡыуаныстары менән бүлешә ул.
Кешеләргә иғтибарлы булыу ҙа – ярҙам
Саак Манасарян, «Физик культура» уҡытыусыһына уҡый. Ул Ереван ҡалаһынан. Стәрлетамаҡ ҡалаһының физик культура, идара итеү һәм сервис колледжына уҡырға инергә килгәс тә, дөрөҫ мөхиткә эләгеүемде аңланым, ти. Саак әйтеүенә, нәҡ бында командала эшләргә өйрәтәләр. Уның өсөн көрәш, йөҙөү һәм хәйриәлек менән шөғөлләнеү студент тормошоноң мөһим бер өлөшө булған.
– Миңә мохтаждарға ярҙам итеү оҡшай. Ҡайһы ваҡытта кәрәк-яраҡтар менән дә түгел, ә кешегә ни бары иғтибар бүлеү ҙә етә, – ти ул.
Бына шулай, уҡыу йортон күңелгә ятышлы итеп һайлау — һеҙҙең уңышығыҙҙың һәм һөнәри бәхетегеҙҙең нигеҙе ул. Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжын һайлағандар, ныҡлы аҙымдар менән алға атлай.
Гөлкәй ШИҺАПОВА.