Ашҡаҙар
+27 °С
Ясно
Мәғариф
3 Августа , 05:43

Тарихтан берҙәм дәүләт имтиханында телдән тапшырыу өлөшө барлыҡҡа килеүе мөмкин

2030 йылға тарихтан берҙәм дәүләт имтиханында телдән тапшырыу өлөшө барлыҡҡа килеүе мөмкин. Артабан әҙәбиәт буйынса имтиханда ла ошондай формат индерелеүе ихтимал.

Тарихтан берҙәм дәүләт имтиханында телдән тапшырыу өлөшө барлыҡҡа килеүе мөмкинТарихтан берҙәм дәүләт имтиханында телдән тапшырыу өлөшө барлыҡҡа килеүе мөмкин
Тарихтан берҙәм дәүләт имтиханында телдән тапшырыу өлөшө барлыҡҡа килеүе мөмкин

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 2030 йылға тарих буйынса берҙәм дәүләт имтиханына телдән тапшырыла торған өлөштө индерергә йыйына, артабан әҙәбиәт буйынса имтиханда ла ошондай формат индереүҙәре ихтимал. Был турала ведомство башлығы Анзор Музаев хәбәр итте.

«Беҙ тәү сиратта тарихты предмет булараҡ ҡараясаҡбыҙ, унда был блок беренселәрҙән булып барлыҡҡа килергә тейеш. 2030 йылға иҫәп тотабыҙ. Тағы ла фәндәрҙе алғанда, башта әҙәбиәт булыр, моғайын», — тип Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһенең һүҙҙәрен килтерә РИА Новости.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттә туғыҙынсы кластар өсөн тарих буйынса телдән имтихан индереү мөмкинлеге тикшерелгәйне. 2028 йылдан, президент ҡушыуы буйынса, был төп дәүләт имтиханында өсөнсө мотлаҡ фән була. Ләкин БДИ өсөн телдән тапшырыу өлөшө әлегә яңылыҡ булып ҡала. Әлегә берҙәм дәүләт имтиханында сит телдәрҙән генә телдән имтихан тапшырырға мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас