

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
«Мәғариф – беҙҙең айырым хәстәрлектә. Балаларға һәр мәктәптә – төпкөлдәге ауылда ла, ҡаланың яңы биҫтәһендә лә – сифатлы белем һәм тәрбиә алыу өсөн бөтә шарттарҙың булыуы мөһим».
Әлеге ваҡытта, капиталь ремонт буйынса федераль программаға ярашлы, республикала 42 мәктәп яңыртыла, уларҙың 36-һы 1 сентябрҙә балаларҙы ҡаршыларға әҙер буласаҡ. Шулай уҡ Башҡортостан Раевка ауылындағы Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемендәге 2-се мәктәпте капиталь ремонтлауға өҫтәмә федераль финанслау алды. Бында ремонт эштәрен декабрҙә тамамлау күҙаллана. Билдәләп үтергә кәрәк, бер нисә йыл дауамында Башҡортостан төҙөлгән һәм ремонтланған мәктәптәр һаны буйынса ил төбәктәре араһында алдынғы урын биләй.
Капиталь ремонт менән бергә төҙөүселәр белем усағы эргәһендәге биләмәләрҙе лә төҙөкләндерә. Был эштәргә республика бюджеты 158 миллион һум аҡса бүлде, шулай уҡ урындағы бюджеттар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Һөҙөмтәлә ҡалалар һәм ауылдар эргә-тирәһенә яңы асфальт түшәлгән, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған, йәшелләндерелгән, яңыр- тылған мәктәптәргә эйә була.
– Капиталь ремонт – ул стеналарҙы яңыртыу ғына түгел, ә мәктәпте тулыһынса үҙгәртеп ҡороу, – ти республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Профиль кластары асыла, мәктәптәр урындағы предприятиелар, юғары уҡыу йорттары менән әүҙем эшләй башлай, түңәрәктәр, музейҙар, театрҙар булдырыу өсөн күберәк идеялар барлыҡҡа килә.
– Иң ҡыҙыҡлыһы – уҡыусылар һәм ата-әсәләр дизайн һәм зоналарға бүлеүҙе планлаштырыуҙа ҡатнаша. Был мәктәпте барыһына ла ысын мәғәнәһендә уңайлы итеүгә булышлыҡ итә. Шулай итеп, ремонт үҫеш өсөн өҫтәмә стимулға әйләнә, – тип өҫтәй Урал Килсенбаев.
Математика лицейына һайлап алыу
Өфөлә Менделеев урамында математика лицей-интернаты төҙөлөшө дауам итә. Уны киләһе йылдың сентябренә асыу планлаштырыла. Ул төбәктәге иң яҡшы уҡыу йорто буласаҡ, унда бөтә республиканан иң һәләтле балалар йыйыласаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров лицей асыуға әҙерлекте тиҙләтергә һәм быйыл сентябрҙән уҡыусыларҙы һайлап алыуҙы һәм педагогия коллективын булдырыуҙы башларға ҡушты. Конкурс бик етди буласаҡ, ул өс этапта үтә. «Уҡыусыларҙы «иләк аша» һайлап аласаҡбыҙ», – тине Башлыҡ.
Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек көсәйтелә
1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә яңы хәүефһеҙлек системаһы индерелә. Һәр белем усағында директор урынбаҫарынан да кәм булмаған вазифалағы хәүефһеҙлек өсөн яуаплы хеҙмәткәр тәғәйенләнә. Шулай уҡ төбәктә психологтарҙың мобиль төркөмө булдырыласаҡ, ул мәктәптәрҙәге хәлде анализлаясаҡ һәм уҡытыусыларға балалар менән эшләүҙә ярҙам итәсәк. Һаҡсы «өләсәйҙәр» урынына квалификациялы белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн һаҡсыларҙың тариф ставкаһын өс тапҡырға арттырыуҙы планлаштыралар.
Мәктәпкә әҙерлек сығымдарын нисек кәметергә?
Властар глобаль мәсьәләләрҙе хәл иткән арала, балалары мәктәптә уҡыған ғаиләләрҙә 1 сентябргә әҙерлек бара. «Чек Индекс» мәғлүмәттәре буйынса (ул Рәсәй халҡының һатып алыуҙарын һәм магазиндарҙағы хаҡтарҙы өйрәнеүсе аналитик үҙәк), быйыл төп мәктәп йыйылмаһы ата-әсәләргә былтырғыға ҡарағанда 6 процентҡа ҡиммәтерәккә төшәсәк һәм 18,9 мең һум тәшкил итәсәк.
Ниндәй ташламалар бар?
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ике йылға бер тапҡыр йән башына уртаса килеме балаға тәғәйен йәшәү минимумынан артмаған күп балалы ғаиләләр һатып алынған мәктәп формаһы өсөн компенсация алыу хоҡуғына эйә.
Әгәр бындай ғаиләлә беренсе класс уҡыусыһы булһа, уға бушлай мәктәп кәрәк-ярағы йыйылмаһы ¬– портфель, дәфтәр, ручка, ҡәләм һ.б. Әйткәндәй, 2027 йылдың 1 ғинуарынан ике ярҙам сараһына ла ғаризаны
Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша онлайн бирергә мөмкин. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙәге балалар йәмәғәт транспортында бушлай йөрөүгә һәм мәктәптә бушлай туҡланыуға хоҡуҡлы.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына ла ташламалар булды- рылған. Уларға мәктәпкә бушлай йөрөү, туҡланыу, оҙайтылған көн төркөмөндә шөғөлләнеү, тү- ңәрәктәр хаҡын компенсациялау, республиканың балалар лагерҙарына һәм шифаханаларына юлламалар ҡаралған.
Һүрәттә: Ислам Ҡыуатов 1-се класҡа барырға әҙерләнә.