Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Мәғариф
24 Август , 05:31

Благовещенда 1-се гимназия бинаһын яңыртырға ниәтләйҙәр

22 августа Благовещенда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1-се ҡала гимназияһында булды. Төбәк етәксеһе белем биреү учреждениеһының мөмкинлектәре, педагогик коллективтың эш шарттары менән танышты һәм мәктәп корпусын яңыртыу пландары менән ҡыҙыҡһынды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Благовещенда 1-се гимназия бинаһын яңыртырға ниәтләйҙәрБлаговещенда 1-се гимназия бинаһын яңыртырға ниәтләйҙәр
Благовещенда 1-се гимназия бинаһын яңыртырға ниәтләйҙәр

Уҡыу йортона 1907 йылда, Благовещенда дүрт класлы ҡатын-ҡыҙҙар прогимназияһы асылғас, нигеҙ һалына. Һуңынан уҡыу йортон заводтың биш йыллыҡ мәктәбе итеп үҙгәртәләр, унда ағас эше һәм слесарь оҫтаханалары урынлаша. Ә 1934 йылдан учреждение 1-се урта мәктәп булараҡ ғәмәлдә. Бөгөн бында ике сменала 587 бала белем ала.

Гимназия 1969 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан, ремонт эштәре планға ярашлы башҡарыла. Һуңғы ике йылда тәҙрә блоктарын алмаштырғандар, бинаға инеү урынын реконструкциялағандар, авария осрағында яҡтыртыу системаһын яңыртҡандар һәм янғынға ҡаршы ишектәр ҡуйғандар. Шул уҡ ваҡытта корпус комплекслы капиталь ремонтҡа мохтаж.

Гимназия директоры Юлиә Кейекбаева һөйләүенсә, проектты тормошҡа ашырыу өсөн тейешле документация әҙерләгәндәр һәм төбәктең Мәғариф министрлығына тейешле ғариза ебәргәндәр.

Башҡортостан Башлығы уҡыу кабинеттарын, спорт залын һәм мәктәп ашханаһын ҡараны. Уҡытыусылар балаларҙы һәр яҡлап үҫтереүгә, шулай уҡ уларға әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреүгә, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтары миҫалына мөрәжәғәт итеүҙәрен иғтибар биреүҙәрен билдәләне. Мәҫәлән, кластарҙың береһендә Тажикстанда һәм Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгән, ә аҙаҡ Тыуған илебеҙҙе махсус хәрби операция биләмәһендә һаҡлаған Олег Маленковҡа арналған «Герой партаһы» булдырылған. Яугир 2022 йылда һәләк булған, күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

Төбәк етәксеһе гимназияның почетлы ҡунаҡтары китабында иҫтәлеккә яҙма ҡалдырҙы һәм уҡыу йортон ремонтлау мәсьәләһен тикшерергә ҡушты.

– Мәктәп ҙур, уңайлы. Бында коллектив яҡшы. Мәғариф министрлығы объектты федераль программаға индереү мөмкинлеге өҫтөндә эшләйәсәк, – тине Радий Хәбиров.
https://glavarb.ru/ba/news/event/blagoveshchenda-1-se-gimnaziya-binayn-yayrtyra-nitlyr/
Автор:
Читайте нас