Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Мәғариф
27 Августа , 04:50

Яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә телефондар тыйыла

2026 йылдың 1 сентябренән илдең бөтә мәктәптәрендә дәрестә телефон ҡулланыу тыйыла. Был хаҡта мәғариф министры Сергей Кравцовҡа һылтанма менән ТАСС хәбәр итә. Яңы уҡыу йылы башланыу менән ағымдағы йылдың 8 майында ҡул ҡуйылған бойороҡ көсөнә инә.

Яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә телефондар тыйылаЯңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә телефондар тыйыла
Яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә телефондар тыйыла

Документтан күренеүенсә, уҡыусы дәрестә һәм дөйөм белем биреү программаларын үҙләштергәндә гаджеттар менән файҙаланмаҫҡа тейеш. Был ғәҙәттән тыш йәки уҡыусыларҙың һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренең ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янаған осраҡтарға ҡағылмай. Тәнәфестәрҙә гаджеттарҙы ҡулланыуҙы һәр мәктәп үҙе көйләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Башҡортостан Ҡоролтайы депутаттары ошондай республика законын ҡабул иткәйне. 

 

Башинформ.

 

Автор:
Читайте нас