

“Бөгөн асҡан мәктәп, ысынлап та, XXI быуатҡа хас заманса, ҙур, яҡты. Һәм уның ошондай берҙән-бер мәғариф усағы булмауы ла ҡыуандыра, – тине Радий Фәрит улы. – Яңы, матур мәғариф учреждениелары республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә барлыҡҡа килә. Шулай уҡ күп йылдар эшләгәндәренә лә яңы йәшәү һулышы бирәбеҙ. Был эштәр капиталь ремонт буйынса Президент программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла”.
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, заманса эш алымы яҡшы һөҙөмтә бирә. Уңайлы шарттарҙа балалар уҡыуға яҡшыраҡ, яуаплыраҡ ҡарай. Был аныҡ һөҙөмтәләрҙән дә күренә: Берҙәм дәүләт имтихандары йомғаҡтарынан күренеүенсә, 100, 200 балл йыйғандар артҡандан-арта, Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеүселәр, призерҙар күбәйә бара.
“Мөмкинлектән файҙаланып, Владимир Владимировичты тағы ла төп мәғариф объектын – Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Вуз-ара студенттар кампусын асыуға саҡырҙым. Уны ла беҙ Рәсәй Президенты ярҙамында төҙөйбөҙ. Ошо йылдың аҙағында асырға планлаштырабыҙ”, – тине Радий Хәбиров.