

Республикала Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге, Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты аспиранттары, республика вуздары аспиранттары һәм студенттары өсөн Башҡортостан Башлығының 85 стипендияһы булдырылды. Аспиранттарға — 8050 һумлыҡ 35 стипендия, юғары уҡыу йорттары студенттарына 6000 һумлыҡ 50 стипендия тапшырыла. Университеттар һәм ғилми ойошмалар стипендиаттарҙы конкурс буйынса һайлап ала.
