Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Февраль 2023, 16:00

БАШҠОРТОСТАНДА МИЛЛИ ПРОЕКТТАРҒА 48,5 МИЛЛИАРД ҺУМ ЙӘЛЕП ИТЕЛГӘН

БАШҠОРТОСТАНДА МИЛЛИ ПРОЕКТТАРҒА 48,5 МИЛЛИАРД ҺУМ ЙӘЛЕП ИТЕЛГӘН
БАШҠОРТОСТАНДА МИЛЛИ ПРОЕКТТАРҒА 48,5 МИЛЛИАРД ҺУМ ЙӘЛЕП ИТЕЛГӘН

Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктә тәртип һаҡлау буйынса координация советы ултырышы барышында әйтте. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, былтыр милли проект буйынса пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 48,5 миллиард һум тотонолған.  Был күрһәткес 2021 йылдағы менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан. Шул уҡ ваҡытта, ҙур социаль  объекттар төҙөлөшөн ваҡытында тамамлау мәсьәләһе лә күтәрелде.

Ысынлап та, ҙур төҙөлөштәрҙе ваҡытында ослап ҡуйыу асыҡ мәсьәлә. Сөнки төрлө сәбәптәр арҡаһында, төҙөүселәр эштәрен ваҡытында тамамлап өлгөрмәй, ә был иһә ниндәйҙер объекттың һуңлап эш башлауына килтерә. Мәҫәлән быйыл да күләмле хеҙмәт һәм финанстар талап иткән объекттар байтаҡ. Милли проект программаларына ярашлы 7 мәктәп, 6 дауахана һәм поликлиника, 7 мәҙәниәт учреждениеһы, 17 инженер һәм транспорт инфраструктураһы объектын төҙөп бөтөү, 75 фельдшер-акушер пунктын булдырыу күҙаллана.

Шулай уҡ ултырыш барышында, милли һәм федераль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа төрлө етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү һорауҙары ла ҡаралды.

 

#миллипроект #нацпроект #национальныепроекты #региональныепроекты

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: