Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Сентябрь 2023, 10:02

Хәйбулла районы аграрийҙары Ҡаҙағстанға иген оҙатыуҙы арттыра

Хәйбулла районы игенселәре ашлыҡтың сираттағы партияһын Ҡаҙағстанға оҙатты, тип хәбәр иттеләр Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте төбәк идаралығының матбуғат хеҙмәтенән. 

Хәйбулла районы аграрийҙары Ҡаҙағстанға иген оҙатыуҙы арттыра
Хәйбулла районы аграрийҙары Ҡаҙағстанға иген оҙатыуҙы арттыра

Был юлы ведомство хеҙмәткәрҙәре ауыл хужалығы предприятиеһы күрше Ҡаҙағстанға экспортҡа сығарыу өсөн әҙерләгән 44 тонна һолоно тикшергән.

«Дәүләт инспекторы һайлап алған продукция өлгөләре ЕАЭС илдәре талап иткән бөтә экспертизалар үтте. Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса продукцияла зарарлы организм асыҡланмаған, продукция импортер илдең талаптарына тап килә», - тип билдәләнеләр Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтенең республика буйынса идаралығында.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-09-04/h-ybulla-rayony-agrariy-ary-a-a-stan-a-igen-o-atyu-y-arttyra-3418185

 

 

Автор:
Читайте нас: