

Бындай сорбент булып эшкәртелгән шәкәр сөгөлдөрө ҡалдыҡтарынан алынған сөгөлдөр һығынтыһы хеҙмәт итәсәк. Эшкәртелгәндән һуң, ул нефтте үҙенә һеңдереп, һыу өҫтөндә ҡаласаҡ. Был ысул һыу киңлектәрендә түгелгән яғыулыҡты еңел генә йыйырға мөмкинлек бирә.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һүҙҙәренсә, нефть продукттары менән эшләгән предприятиеларҙа зарарлы матдәләрҙең тирә-яҡ мөхиткә, шул иҫәптән һыуҙарға, эләгеү хәүефе ҙур. “Анна Мельникова тәҡдим иткән ҡарар иҡтисад, технология, һәм, әлбиттә, экология йәһәтенән предприятиелар өсөн ғәҙәти булған химик сорбенттарҙан күпкә юғарыраҡ”, – тигән фекерҙә Александр Шельдяев.
Билдәле булыуынса, "Фән һәм университеттар" (национальный проект “Наука и университеты”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: национальныепроекты.рф
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-11-03/tir-ya-m-hitte-h-st-rl-p-3504431