

Яңы ФАП-та төҙөлөш эштәре тамамланып та килә инде. Бина әҙер, әлеге ваҡытта эске эштәр, ҡорамалдар урынлаштырыу һәм тирә-яғын тәртипкә килтереү буйынса ваҡ мәшәҡәттәр генә ҡалған. Әйткәндәй, яңы пунктта ауыл халҡын Надежда Яценко дауалаясаҡ, ул 41 йыллыҡ тәжрибәһе булған фельдшер.
Бында пациенттар дауа, тәүге медицина хеҙмәтен алыуҙан тыш диспансеризация, вакцинация ла үтә аласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, Башҡортостанда тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын модернизациялау” проектына быйыл төбәк бюджетынан 4 миллиард тан ашыу аҡса бүленде. Программа шул иҫәптән РФ Президенты Владимир Путиндың “Май указдары”на ярашлы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса ла башҡарыла.
Р.ҒӘБДРӘШИТОВ.