Ашҡаҙар
+13 °С
Облачно
Милли проекттар
26 Мая 2024, 04:00

Стәрлетамаҡ районы уҡыусыларына ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләнеләр

Башҡортостан Экология Министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре Рощинский ауылы мәктәбенең башланғыс кластары уҡыусылары өсөн ҡалдыҡтарҙы айырым туплау буйынса экологик дәрестәр үткәрҙе. Сара «Экология» милли проекты маҡсаттарына өлгәшергә булышлыҡ итеү өсөн экологик тәрбиәне, кешенең тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Стәрлетамаҡ районы уҡыусыларына ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләнеләрСтәрлетамаҡ районы уҡыусыларына ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләнеләр
Стәрлетамаҡ районы уҡыусыларына ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләнеләр

Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм ҡалдыҡтарҙы икенсел эшкәртеү тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмә бер уҡыусыны ла битараф ҡалдырманы. Интерактив формала балаларға ҡалдыҡтар йыйыу проблемаһының етдилеген һөйләнеләр. Уҡыусылар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың төрҙәре, утилләштереү ысулдары һәм уларҙы кәметеү мөмкинлектәре тураһында айырым йыйыу ысулы турпаһында белде. Ҡалдыҡтарҙа ғәҙәти сүп-сарҙы түгел, ә эшкәртеү өсөн сеймал итеп ҡабул итергә өйрәнде, экология һәм иҡтисад өсөн айырым йыйыуҙың файҙаһы тураһында һығымтаға килде. Шулай уҡ дәрестә балаларға башҡа илдәрҙә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙың уңышлы практикаһы миҫалдары тәҡдим ителде.

Балалар был тема менән ҡыҙыҡһына, аралашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек менән таралды.

Стәрлетамаҡ районы уҡыусыларына ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләнеләр
Стәрлетамаҡ районы уҡыусыларына ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләнеләр
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас