

Сүплек 70 йыл элек барлыҡҡа килгән һәм ошо ваҡыт эсендә 18,1 гектарға тиклем үҫкән. Унда 1,5 миллион кубометр самаһы ҡалдыҡ йыйылған. Рекультивация техник һәм биологик этаптарҙан тора. Сүплектең өҫтөн һаҡлағыс ҡатлам һәм уңдырышлы ер менән ҡаплайҙар, территорияны төҙөкләндерәләр һәм кәртәләйҙәр.
"Стәрлетамаҡтағы эштәрҙең тулы күләмдә һәм сифатлы башҡарылыуын күрәбеҙ. Әммә алда тағы ла күп бурыстар тора. Беҙ сүп-сарҙы ваҡытында йыйыуҙы һәм сығарыуҙы ойоштороуҙан тыш, уны дөрөҫ сортларға, утилләштерергә тейешбеҙ", - ти Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов.
БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Данил Шәрәфетдинов билдәләүенсә, сүплекте бөтөрөү буйынса бөтә эштәр уңышлы тамамланған, әммә уның биләмәһен тулыһынса тергеҙеүгә юл оҙаҡҡа һуҙыласаҡ. Бының өсөн йылдар үтергә тейеш.