

Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүенең территориаль бүлектәре инспекторҙары менән берлектә “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү буйынса башҡарылған эштәрҙе техник ҡабул итә. Был хаҡта республиканың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
Был процесс йәш урман үҫемлектәренең торошон контролдә тотоу системаһында мөһим этап булып тора, уларҙың билдәләнгән стандарттарға тап килеүен тәьмин итә.
Урман культураларын техник ҡабул иткәндә барлыҡҡа килгән урман культураларының майҙаны, тоҡом составы, тоҡомдарҙы ҡатнаштырыу схемаһы, ултыртыу урындарының урынлашыуы, уларҙың бер гектарға һаны, урман культураһы майҙанын әҙерләү һәм тупраҡты эшкәртеү ваҡыты, ысулы һәм сифаты, ултыртыу материалының төрө һәм сифаты, ултыртыу сифаты аныҡлана.
Эштәр башҡарылған һәр участкаға махсус һынау майҙандары һалына. Был участкалар тейешле маркировкалы бағаналар менән билдәләнә, был уларҙың торошон теүәл күҙәтергә мөмкинлек бирә.
- Ҡабул ителгән һәр участканы ҡарау һөҙөмтәләре буйынса урман-культура эштәрен техник ҡабул итеү акты төҙөлә. Бөтә алынған мәғлүмәттәр һәм техник ҡабул итеү һөҙөмтәләре урмансылыҡтың урман культуралары китабына индерелә, был урмандарҙың үҫешен ҡәтғи иҫәпкә алыуҙы һәм контролдә тотоуҙы тәьмин итә, — тип аңлатты Башҡортостан урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.