Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Милли проекттар
27 Декабрь 2025, 04:00

Башҡортостан Башлығы милли проекттарҙы бойомға ашырыу тураһында сығыш яһаны

Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә милли проекттарҙы бойомға ашырыу тураһында сығыш яһаны. Федераль хөкүмәттә төбәк үҫеше буйынса комиссия эшләй.

Башҡортостан Башлығы милли проекттарҙы бойомға ашырыу тураһында сығыш яһаныБашҡортостан Башлығы милли проекттарҙы бойомға ашырыу тураһында сығыш яһаны
Башҡортостан Башлығы милли проекттарҙы бойомға ашырыу тураһында сығыш яһаны

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Мәскәүҙә эшләүен дауам итеүе, әле төбәк үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында ҡатнашыуы хаҡында яҙып сыҡты. Ул уның етәксеһе вице-премьер Марат Хөснуллинға республиканың милли һәм федераль проекттарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте. 

«Бындай кәңәшмәләр даими үткәрелә. Ошо мөһим ҡорал төбәктәрҙе үҫтереү буйынса стратегик һәм ағымдағы мәсьәләләрҙе оператив хәл итергә мөмкинлек бирә. Коммуналь инфраструктураны төҙөкләндереү, яңыртыу, юлдар ремонтлау һәм һалыу, торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөү — былар барыһы ла Президенты һәм хөкүмәте ярҙамынан тыш мөмкин булмаҫ ине. Ошондай етди ярҙам менән республиканың иҡтисады һәм социаль өлкәһе ландшафтын үҙгәртәбеҙ. Шуның өсөн бик рәхмәтлебеҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

 

Автор:
Читайте нас