Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Март , 09:10

Асылыкүлдә “Таҙа боҙ” акцияһы үтә

 “Таҙа боҙ” экологик акцияһы - Асылыкүлдең экологик таҙалығы булышлыҡ һәм төбәктең тәбиғи мираҫын һаҡлауға мөһим өлөш ул.

Асылыкүлдә “Таҙа боҙ” акцияһы үтә
Асылыкүлдә “Таҙа боҙ” акцияһы үтә

“Таҙа боҙ” акцияһы Башҡортостан Республикаһында “Экологик именлек” (национальный проект “Экологическое благополучие”) милли проекты буйынса Асылыкүл буйында үтте. Был хаҡта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында хәбәр иттеләр.

Акцияның төп маҡсаты - боҙ япмаһын сүп-сарҙан таҙартыу. Ҡар ирегән осорҙа ҡалдыҡтарҙың һыуға эләгеүе үҙенсәлекле һыу ятҡылығының экосистемаһына етди зыян килтереүе мөмкин.

Сарала ҡатнашыусылар 0,4 кубометр самаһы сүп-сар йыйған. Бөтә ҡалдыҡтар тиҙ арала сығарылған һәм утилләштерелгән, был уларҙың һыуға эләгеүенә юл ҡуймаҫҡа һәм күлдең экологик балансын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.

Автор:
Читайте нас