Милли проекттар
10 Апреля , 09:05

Республикала Өфө – Инйәр – Белорет юлы төҙөкләндерелә

Белорет районында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектын бойомға ашырыу барышында Өфө — Инйәр — Белорет юлының 6 саҡрымдан ашыуын ремонтлайҙар. Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Республикала Өфө – Инйәр – Белорет юлы төҙөкләндереләРеспубликала Өфө – Инйәр – Белорет юлы төҙөкләндерелә
Республикала Өфө – Инйәр – Белорет юлы төҙөкләндерелә

Һүҙ Рәүәт һәм Олойылға ауылдары эргәһендәге ике участка тураһында бара. Юл эшселәре бында асфальт-бетон япмаһын яңырта, юл ситтәрен нығыта һәм тамғалар һыҙа. Эштәр көндәр яҡшырғас башлана.

Өфө — Инйәр — Белорет юлы – Башҡортостанда бик популяр туристик йүнәлеш. Ошо трасса буйлап Белорет, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарының хозур урындарына (Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығына, Атыш шарлауығына, «Абҙаҡ» тау саңғыһы курортына һәм башҡаларға) барып етергә мөмкин.

«Бында хәрәкәт бик тығыҙ — тәүлегенә 12 мең автомобилгә етә», — тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Юлдың ике участкаһында ремонт эштәрен 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

 

Сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас