Милли проекттар
12 Апреля , 04:10

Башҡортостан орлоҡ экспортын ике тапҡырға арттырҙы

Башҡортостандың орлоҡсолоҡ предприятиелары ауыл хужалығы культуралары орлоҡтары экспортын ике тапҡырға тиерлек арттырҙы. Был хаҡта Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостан орлоҡ экспортын ике тапҡырға арттырҙыБашҡортостан орлоҡ экспортын ике тапҡырға арттырҙы
Башҡортостан орлоҡ экспортын ике тапҡырға арттырҙы

2026 йылдың башынан күҙәтеү ведомствоһы Башҡортостан орлоҡсолоҡ хужалыҡтарының ЕС һәм ЕАЭС илдәренә экспорт өсөн әҙерләгән иген һәм мал аҙығы культуралары орлоҡтарының 42 партияһын тикшергән һәм рәсмиләштергән.

Ошо ваҡыт эсендә Беларусь, Германия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстанға сәсеү өсөн 800,8 тонна кәрешкә, ҡандала үләне, эспарцет, люпин, люцерна, бойҙай, фацелия, шулай уҡ арпа оҙатылған.

«Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса карантин организмдары асыҡланмаған, орлоҡтар импортлаусы илдәрҙең карантин фитосанитар талаптарына тап килә», — тип билдәләнеләр Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығында.

Сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас